Бохараев Ғәлләнур Мостафа улы
Бохараев Ғәлләнур Мостафа улы[1] (Сәлим Бохаров) (рус. Бухараев Галлянур Мустафович, 1915 йыл — 1944 йыл) — «Иҙел-Урал» легионы йәшерен ойошмаһында ҡатнашыусы.
Биографияһы
Ғәлләнур Мостафа улы Бохараев 1915 йылда Өфө губернаһының Миәкә ауылында тыуа. Ҡазанда финанс хеҙмәткәрҙәре курстарын тамамлағандан һуң Миәкә Дәүләт банкыһында бухгалтер булып эшләй.
1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм унда полк мәктәбен тамамлай. Ғәлләнур Бохараев өсөн һуғыш ул взвод командиры булып хеҙмәт иткән Даугавпилс ҡалаһында башлана. Алыштар ваҡытында ҡамауға һәм әсирлеккә эләгә. Әсирлектә үҙен Сәлим Бохаров тип атай. «Иҙел-Урал» легионында уны ошо исем менән беләләр. 827-се батальондың 4-се ротаһының взвод командиры була. Легиондың Ғайнан Ҡормашев менән Муса Йәлил етәкселегендәге йәшерен ойошмаһына инеп, 827-се батальонда әүҙем антифашистик эш алып бара, уны совет ғәскәрҙәре яғына алып сығыуға әҙерләй. Йәшерен ойошма етәкселеге менән бәйләнеште Фуат Сәйфелмөлөков аша тота. Йәшерен ойошманың башҡа ағзалары менән бергә фаш ителә, ауыр язаға думар була һәм йәлилселәрҙең иң һуңғыһы булып 1944 йылдың 25 авгусында көндөҙгө 1-се 36 минутта язалана.
Уны ҡулға алғандан һуң да немецтар батальон частарын партизандарға ҡаршы һуғышҡа алып барырға йөрьәт итмәй. Батальондың ҡалған өлөшө ҡоралһыҙландырыла һәм Францияға оҙатыла. Унда легионерҙарҙың күптәре макиҙар — француз партизандары яғына сыға.
Хәтер
• Башҡа йәлилселәр менән бергә 1990 йылдың 5 майында, СССР Президенты М. С. Горбачёвтың Указы менән «йәшерен антифашистик төркөмдә әүҙем илһөйәрлек эшмәкәрлеге һәм ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ өсөн» ҡормашевсылар үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланғандан һуң аҡлана[2].
• Сәлим Бохаровтың исеме Ҡазандағы Муса Йәлил һәйкәле эргәһендәге подпольщиктар исеме менән бер рәттән барельефҡа уйып яҙылған[3].
Әҙәбиәт
- Мустафин Р. А. По следам оборванной песни. Книга-поиск. — М.: Сов. писатель, 1981
- Мустафин Р. А. По следам оборванной песни. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2004.
- Ахтамзян А. А. Муса Джалиль и его соратники в Сопротивлении фашизму. — Казань: Идел-Пресс, 2006.
- Ахтамзян А. А. и др. Муса Джалиль в Москве. — М.: «ИНСАН», 2006.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Подлинное имя уставлено Р. Мустафиным
- ↑ «Служили примером для французских партизан» Архивная копия от 5 апрель 2016 на Wayback Machine. Казанские ведомости
- ↑ О «Курмашеве и десяти других», казненных в Берлине за «подрыв военной мощи» Германского рейха. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2011. Архивировано 30 март 2013 года.
Һылтанмалар
- Портреты джалильцев Архивная копия от 23 сентябрь 2008 на Wayback Machine
- Мужество останется в веках Архивная копия от 23 апрель 2010 на Wayback Machine
