Сәйфелмөлөков Фуат Хажиәхмәт улы

Сәйфелмөлөков Фуат Хажиәхмәт улы (16 июль 1916 йыл — 25 август 1944 йыл) — «Иҙел-Урал» легионы ағзаһы, йәлилсе.

undefined

Биографияһы

Фуат Хажиәхмәт улы Сәйфелмөлөков 1916 йылдың 16 июлендә Рәсәй империяһының Һырдаръя өлкәһе Ташкент өйәҙе Ташкент ҡалаһында тыуа. 1938 йылда Сәмәрҡәнд халыҡ хужалығы институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Тажикстан ССР-ының сауҙа халыҡ комиссариатында эшләй. 1941 йылда һуғышҡа алына.

Фуат Сәйфелмөлөков легион пропагандисы була, әмма үҙ кешеләре араһында фашистарға ҡаршылыҡ күрһәтергә саҡыра. 1943 йылда уның группаһына Едлинодағы легион штабын шартлатыу йөкмәтелә, әмма план тормошҡа ашмай. Фуат Сәйфелмөлөков ҡулға алына, төрлө язалауҙарға ҡарамаҫтан, бер кемде лә һатмай.

1944 йылдың 25 авгусында, Берлиндың Плетцензее төрмәһендә көндөҙгө беренсе 9 минутта уны икенсе итеп язалайҙар.

Хәтер

• 1990 йылдың 5 майында СССР Президенты М. С. Горбачевтың «йәшерен антифашистик төркөмдә әүҙем илһөйәрлек эшмәкәрлеге һәм ҡаһарманлыҡ, ныҡлыҡ өсөн» йәлилселәр үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана (үлгәндән һуң) һәм аҡлана[1].
Ҡазан үҙәгендә Кремль янында Муса Йәлилгә һәйкәл һәм антифашистик ҡаршылыҡта ҡатнашыусыларға иҫтәлекле барельеф ҡуйылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр