Симаев Әхмәт Саҙретдин улы

Симаев Әхмәт Саҙретдин улы, Әхмәт Симай (рус. Симаев Ахмет Садретдинович; Ахмет Симай; 28 декабрь 1915 йыл25 август 1944 йыл) — журналист, шағир. «Иҙел-Урал» Волга-татар легионының йәшерен ойошма ағзаһы[2].

Биографияһы

Әхмәт Саҙретдин улы Симаев 1915 йылдың 28 декабрендә Рәсәй империяһының Пенза губернаһы Краснослобод өйәҙенең[3] Усть-Рахмановка ауылында татар ғаиләһендә тыуған[4]. Старосиндров урта мәктәбенең ете синыфын уҡып бөткәндән һуң, 1928 йылда Мәскәүгә китә. Унда төҙөлөш техникумын тамамлай, артабан Мәскәү метрополитенының беренсе сиратын төҙөүҙә ҡатнаша, «Правда» полиграфия комбинатында, һуңынан бетон ныҡлығын һынау буйынса лабораторияла эшләй.

Мәскәүҙә Замоскворечьелағы татар йәмәғәт мәҙәни үҙәге ҡарамағындағы әҙәби түңәрәккә йөрөй, унда Муса Йәлил менән таныша. Шағир ул саҡта ил баш ҡалаһында татар телендә нәшер ителгән бер нисә үҙәк баҫманың мөхәррире була. Нәҡ уларҙа Әхмәт Симаевтың тәүге шиғырҙары сыға.

1936—1940 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Воскресенск район гәзитенең яуаплы секретары, әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй. 1939 йылда Воскресенск ҡалаһында гәзит редакцияһы машинисы Валентина Григорьевна Листопадҡа өйләнә. Был никахтан ҡыҙы Людмила тыуа, әммә атаһы уны бер ҡасан да күрмәй: 1940 йылдың көҙөндә Ҡыҙыл Армия сафына алына.

Һуғыш ваҡытында

Бөйөк Ватан һуғышында Әхмәт Симаев Можайск йүнәлешендә хәрәкәт иткән 82-се уҡсылар дивизияһы штабында радист була. 1942 йылдың ғинуарында был дивизия базаһында 250-се һауа-десант полкы ойошторола, Симаев полк штабы рацияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдың 21-23 ғинуарында полк, немец тылын тарҡатыу һәм генерал Ефремовтың 33-сө армияһы һәм генерал Беловтың 1-се гвардия кавалерия корпусы частарының Вязьмаға һөжүменә булышлыҡ итеү маҡсатында, Вязьманан көньяҡтараҡ оккупацияланған территорияла һуғыша. Был алыштар өсөн ефрейтор Әхмәт Симаев «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ