Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы
Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин (рус. Данир Ахмадеевич Гайнуллин; 1970 йылдың 11 ноябре, Мәҡсүт (Стәрлетамаҡ районы), Башҡорт АССР-ы) — тарихсы, юрист, инженер, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры[2].
Биографияһы
Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы 1970 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Стәрлетамаҡ районы Мәҡсүт ауылында тыуған[1].
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһын тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. 1993 йылда вуздан «тарих уҡытыусыһы» һөнәрен алып сыға[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда «Йәшлек» Республика йәштәре гәзитенең коммерция (рус.)баш. директоры булып башлай. 1995 йылдан «Каруанһарай» ижади фирмаһы администраторы. 1996—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығында министр ярҙамсыһы, әйҙәүсе белгес булып эшләй. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында икенсе юғары белем ала һәм «юрист» һөнәренә эйә була (1997).
2000—2002 йылдарҙа Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, һуңынан 2010 йылға тиклем Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры.
2020 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы директоры[3].
2021 йылда, «Градостроительная деятельность в области реставрации и реконструкции зданий и сооружений» һөнәре буйынса белемен камиллаштырып, «инженер» дипломына эйә була[4].
2023 йылдың ғинуарынан Рәсәйҙең Һәйкәлдәрҙе һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара советтың (ICOMOS) төбәктәр менән эшләү буйынса вице-президенты (рус.)баш. итеп һайлана[5].
2023 йылда Берҙәм республика һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты] итеп һайлана[1]. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының парламент фракцияна инә, Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты ағзаһы[6].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Ғаиләһе
Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ үҫтерә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Гайнуллин Данир Ахмадеевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Лица партии. Гайнуллин Данир Ахмадеевич. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
- ↑ Сотрудники. Гайнуллин Данир Ахмадеевич, директор. Научно-производственный центр по охране и использованию недвижимых объектов культурного наследия Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
- ↑ Сводка предложений от 02.10.2023. Министерство культуры, печати и по делам национальностей Республики Марий Эл. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
- ↑ Данир Гайнуллин избран вице-президентом Совета Национального комитета ИКОМОС России. ИА «Башинформ» (19 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
- ↑ Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
- ↑ Гульфия Акулова. Всемирный курултай башкир возглавил Данир Гайнуллин. ИА «Башинформ» (28 ноябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
- ↑ Исполнительный комитет. Международный союз общественных организаций) «Всемирный курултай (конгресс) башкир». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Научно-производственный центр по охране и использованию недвижимых объектов культурного наследия Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2026).
- Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2026).
- Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2026).
- Официальный сайт Партии «Единая Россия» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2026).