Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы
Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы (рус. Гайнуллин Шакир Юмагулович; 12 апрель 1921 йыл — 4 июнь 1993 йыл) — иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. «Салауатстрой» тресы идарасыһының иҡтисад мәсьәләләре буйынса элекке урынбаҫары, трестың баш иҡтисадсыһы. Ватан һуғышы[1] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
Биографияһы
Шакир Йомағол улы Ғәйнуллин 1921 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Асҡар ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1940 йылда Мәскәү план-иҡтисад институтын тамамлаған.
1941 йылдың авгусында Бөйөк Ватан һуғышына китә, шулай уҡ совет-япон һуғышында ҡатнаша, өлкән лейтенант Ватан һуғышы [1] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ[2] ордендары менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены уға Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы 1985 йылдың 6 апрелендә бирелгән.
Һуғыштан һуң, 1949 йылдан Салауат ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. «Салауатстрой» тресына ул хеҙмәт юлының 30 йылын бағышлай. Шакир Йомағолов төрлө йылдарҙа нормалаусы, инженер-плановик, 1-се төҙөлөш идаралығының план бүлеге начальнигы, трест идарасыһыһының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, баш иҡтисадсы булып эшләй.
Хәрби һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары лайыҡлы баһаланған, хәрби наградаларынан тыш, В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалы, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы һәм күп һанлы Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
1978 йылда «Салауат ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелгән[3].
Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы 1993 йылдың июнендә вафат булған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Гайнуллин Шакир Юмагулович 2021 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған.
- Гайнуллин Шакир Юмагулович
- Награда Шакира Гайнулина