Сыртланов Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы
Ғәлиасҡар Шаһихәйҙәр улы Сыртланов (рус. Алиоскар (Галиаскар) Шахайдарович Сыртланов; 1875 йылдың, Шланлыкүл ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1912 йылдың 7 авгусы, Өфө, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Рәсәй империяһы) — башҡорт, Өфө губернаһынан 3-сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты[1]. Дворяндарҙан.
Биографияһы
1875 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Шланлыкүл ауылында башҡорт дворян ғаиләһендә тыуған. Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—1912) депутаты. Неплюев кадет корпусын, Александр хәрби училищеһын (Мәскәү), Хәрби-юридик академияһы (Санкт-Петербург, 1903) тамамлаған. Лейб-гвардия Литва полкында, 1903 йылда алып Хәрби министрлыҡтың Баш хәрби-суд идаралығында (икеһе лә — Санкт-Петербург), 1905 йылдаң — Санкт-Петербург хәрби судында адвокат булып хеҙмәт итә. рус-япон һуғышында (1904—1905) рус армияһының һәм флотының еңелеүендә ғәйепләнгән вице-адмирал З. П. Рожественский, адмирал Н. И. Небогатов, генерал-лейтенант А. М. Стесселгә ҡарата алып барылған суд процесында яҡлаусы булып сығыш яһаған. Думала финанс, дәүләт оборонаһы, шәхестең тейелгеһеҙлеге, күскенселәр эштәре буйынса комиссиялар ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһында торған. Санкт-Петербург мосолмандар хәйриә йәмғиәте рәйесе (1910—1912). Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙендә 350 дисәтинә ер биләгән.
«В Уфе на квартире генерал-майора Шейх-Али убит член Г. Думы Али-Оскар-Шах Сыртланов.»
1912 йылдың 7 августа Өфөлә генерал-майор Шәйех-Али фатирда Дәүләт думаһы депутаты Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы Сыртланов үлтерелгән.
Ғаиләһе
- Ҡатыны: Әминә Сыртланова (Шәйех-Али) (1884—1939 йылдан һуң, Франция) — йәмәғәт эшмәкәре.
- Атаһы — Шаһихәйҙәр Сыртланов (1847—1916 йылдан да һуң түгел), дворян, Өфө губернаһынан I һәм II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Конституцион демократ. Почётлы мировой судья.
- Ҡустыһы — Рауил (1877—1916), Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, Генераль штаб генерал-майоры. Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы, Персияла, Афғанстанда һәм Көнсығыш Төркөстанда агентлыҡ разведкаһын ойоштороусыларҙың береһе, 166-сы Ровно пехота полкы командиры. 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены кавалеры (үлгәндән һуң).
- Ҡустыһы — Йосоп, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 1918 йылда Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә.
- Һеңлеһе — Сафия, Женевала медицина белеме ала. Ҡазанда университет тамамлай, табип дипломы ала. Граждандар һуғышынан һуң Төркиәгә китә, һуңынан Германияла йәшәй[2].
- Ҡустыһы — Рөстәм, 1909 йылда Ҡазанда уҡытыусылар мәктәбен тамамлай һәм тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй.
Хәтер
Әҙәбиәт
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Ямаева Л. Ә. Сыртланов Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.