Ғәлиуллин Илдус Һаҙый улы

Ғәлиуллин Илдус Һаҙый улы (рус. Галиуллин Ильдус Хадыевич; 5 ғинуар 1934 йыл30 май 2009 йыл) — кинооператор, кинорежиссёр, йәмәғәтсе. 1990—2003 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының кинооператоры. 1986 йылдан СССР-ҙың Кинематографистар союзы ағзаһы. 1996—2001 йылдарҙа Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе. Рәсәйҙең «Ника» кинематография сәнғәте академияһы ағзаһы (). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы кинематографисы (2000).

Биографияһы

Илдус Һаҙый улы Ғәлиуллин 1934 йылдың 5 ғинуарында Татарстан Республикаһының Арса районы Орнашбаш ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын ул 1950 йылда Өфө витаминдар заводында[1] башлай. 1957 йылда хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағандан һуң Өфө нефть техникумы комсомолы секретары, ВЛКСМ-дың Орджоникидзе район комитетының инструкторы булып эшләй. Тап ошо йылдарҙа Илдус Һаҙый улында кино сәнғәтенә ынтылыш тыуа. 1960 йылда Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында републикалағы тәүге үҙешмәкәр киностудия ойоштора һәм уның етәксеһе була. 1969 йылда С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының операторҙар факультетын ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай[2].

1966—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты операторы, бер үк ваҡытта СССР Дәүләт телерадиоһының Үҙәк ТВ кинохәбәрсеһе. 1990—2003 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһы операторы. 1994—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы кинематографсылар союзын ойоштороусыһы һәм рәйесе. 2003 йылда һаулығы насарайыу сәбәпле, эшенән китә. 2009 йылдың 30 майында Өфөлә вафат була[3].

Фильмографиялары

Башҡортостан телевидениеһында оҙаҡ йылдар эшләү осоронда (1966—1989 йылдар) оператор эшенән тыш, «Ваҡыт» һәм «Яңылыҡтар» программалары өсөн 500-ҙән ашыу үҙенсәлекле сюжет төшөрә, шул иҫәпкә «Башҡортостан» һәм «Аҡбуҙат» кинойылъяҙмаһы өсөн сюжеттар ҙа инә[2]. Уның фильмографияһында 46 документаль фильм иҫәпләнә: «Ҡурай» («Курай»; 1967), «Тауҙарҙағы шаңдау» («Эхо в горах»; 1975), «Мостай Кәрим» («Мустай Карим»; 1986), «Аҡмулла» («Акмулла»; 1990), «Ҡоролтай» («Курултай»; 1995), «Тыуған ерҙә тыуған илде юҡһынам» («На родине по родине скучаю»; 2002) һәм башҡа документаль таҫмалар. Улар араһында фекерҙәше һәм иң яҡшы дуҫы, кинорежиссёр Әмир Абдразаҡов менән берлектә төшөрөлгән «Өмөт» (1972) нәфис фильмы бар[4]. Бер нисә кинокартинала Илдус Һаҙый улы оператор, режиссёр булараҡ сығыш яһай: «Үҙ эҙеңде ҡалдыр» («Оставь свой след»; 1976), «Һоҡландырғыс осош» («Чарующий полёт»), «Дуҫтар ерендә» («На земле друзей»; 1984), «Яҡты инештәр» («Светлые истоки»; 1989), ә «Башҡорт балеты биттәре» — 1979 йылда Баҡы ҡалаһында үткән Бөтә Союз телевизион фильмдар фестивале лауреаты[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы кинематографисы (2000)

Иҫкәрмәләр

  1. Аҡбутина Ә. Н. Фармстандарт – Өфө витаминдар заводы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 Киностудия"Башкортостан" приглашает на вечер памяти башкирского кинооператора, Башинформ (20214-01-14). 8 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  3. 1 2 Абдрахманов Р. Р. Ғәлиуллин Илдус Һаҙый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2025)
  4. В Уфе прошёл вечер памяти, посвящённный Амиру Абдразакову и Ильдусу Галиуллину, Официальный портал "Башкортостан" (16 ғинуар 2019). 8 ғинуар 2025 тикшерелгән.

Һылтанмалар