Ҡандракүл (тау саңғыһы комплексы)
Ҡандракүл (тау саңғыһы комплексы) (рус. Кандры-куль (горнолыжный комплекс)) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районында, ҙурлығы буйынса Асылыкүлдән ҡала икенсе урында торған Ҡандракүл күле эргәһендә урынлашҡан тау саңғыһы комплексы.
Тарихы
2009 йылдың ноябрендә асылған Ҡандракүл тау саңғыһы комплексы Башҡортостан Республикаһының Туймазы районының билдәле Ҡандракүл күленең һоҡланғыс яр буйында, Ҡандра-Ҡотой ауылы эргәһендә урынлашҡан. Республика ғына түгел, ситтән килеүсе туристар өсөн дә уңайлы ял итеү урыны: М-5 «Мәскәү-Өфө-Силәбе» тарссаһынан 5 километр алыҫлыҡта ята. Өфөгә тиклем 174 километр.
Ҡышҡы миҙгелдә бында тәжрибәле саңғысылар өсөн дә, саңғыға яңы баҫыусылар өсөн дә, бәләкәй спортсылар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Теләүселәр инструктор менән шөғөлләнә ала.
Ярыштар
Йыл һайын һәүәҫкәрҙәр һәм профессионалдар араһында спорттың тау саңғыһы төрҙәре һәм сноубординг буйынса төрлө ярыштар, слалом буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Башҡортостан кубогы үтә. Даими рәүештә спартакиадалар һәм туристик слеттар уҙғарыла.
Прокат
Теләүселәргә спорт йыһаздарын: саңғы, коньки, тюбинг, сноубордтар, ҡаргиҙәрҙәрҙе прокатҡа алырға була.
Трассалар
Комплекста саңғысылар һәм сноуборсылар өсөн төндә лә шыуыу мөмкинлеге биргән 400 һәм 500 метрлыҡ яҡтыртылған, 120 метрлыҡ экстрим битләү эшләнһә, 150 метрлыҡ өсөнсө тау сноутюбинг яратыусылар өсөн ҡулайлаштырылған. Тауға Австрияла DOPPELMAYR фирмаһында эшләнгән дүрт урынлыҡ күтәргестәр мендерә. Улар сәғәтенә 600 кешене хеҙмәтләндерә, кәрәк булғанда ҡеүәтен сәғәтенә 1800 кешегә тиклем арттырырға мөмкин. Блалар өсөн махсус бэби-лифт эшләй. Шулай уҡ SML Америка фирмаһының яһалма ҡарландырыу һәм PisteBully 400 ҡар тығыҙлау машинаһы ҡулланыла, улар һауа торошона ҡарамаҫтан ҡышҡы миҙгелде ноябрҙән апрелгә тиклем һуҙыу мөмкинлеге бирә[1].
Йәшел трасса — һәүәҫкәр саңғысылар һәм сноубордсылар өсөн тәғәйенләнә, улар битләүҙе үҙләштерә һәм төп навыктарҙы өйрәнә.
Зәңгәр трасса — йәшел трассаға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ, тәжрибәле саңғысылар өсөн дә ҡыҙыҡлы.
Ҡыҙыл трасса — яҡшы әҙерлекле, ҙур тиҙлектә борола белгән саңғысылар өсөн.
Ҡара трасса — иң ҡатмарлы һәм иң ауыр трасса, ныҡ тәжрибәле саңғысылар өсөн[1].
Трассаларҙың киңлеге 35-40 метр. Уртаса ауышлыҡ — 16-20 процент. Финиш участкаһы бер юлы 200 саңғысыны һыйҙыра[1].
Инфраструктураһы
Тау саңғыһы территорияһында 136 кешелек, ял итеү һәм балаларҙың уйын бүлмәләре булған уңайлы ҡунаҡхана, урындағы халыҡтың аш-һыуын һәм халыҡ-ара кухня ризыҡтарын тәҡдим иткән бер нисә ресторан һәм кафе, ике автотуҡталҡа, барбекю, шешлек бешереү урындары, балалар майҙансыҡтары һәм анимация программалары, мунса бар[1].