Ҡаһарманова Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы

Ҡаһарманова Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы (30 август 1959 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, уҡытыусы-методист

Биографияһы

Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы Ҡаһарманова 1959 йылдың 30 авгусында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған. Белорет педагогия училищеһын (1978) һәм Башҡорт дәүләт университетын (1985) тамамлай.

Зөлфиә Ғәбит ҡыҙының хеҙмәт юлы

Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы Ҡаһарманова — 10 фәнни хеҙмәт һәм бер методик әсбап авторы. Ул 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы башлығының Грантына лайыҡ була. 2011 йылда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» регион-ара кокурсында еңеү яулай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2011)
  • Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1984)
  • Хеҙмәт ветераны (2002)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр