Ҡаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы
Ҡаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы (10 сентябрь 1973 йыл) — журналист, прозаик. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2018), Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2023)
Биографияһы
Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова (Хәбилова) 1973 йылдың 10 сентябрендә хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған[1][2]. Бала сағы Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Усман ауылында үткәнлектән, күп кенә сығанаҡтарҙа уның ошо ауылда тыуыуы тураһында мәғлүмәт бирелә.
Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова 1990 йылда Сибай гимназия-интернатын тамамлай, 1990—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡый.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Йәшлек» гәзитендә башлай, һуңынан «Аманат» журналында дауам итә. Бер аҙ Сибай ҡалаһында «Атайсал» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.
2015 йылдан — «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе.
2022 йылда «Һәнәк» журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә[3].
2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры булып эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге
Уның шиғырҙары «Нағыш» һәм «Нур усағы» коллектив шиғырҙар йыйынтыҡтарында баҫылып сыға. Миләүшә Ҡаһарманова прозаһына әҙәби телгә һәм диалектизмға иғтибарлы мөнәсәбәт хас. Автор халыҡ педагогикаһын яҡшы белә һәм, әлбиттә, был оҫталыҡты әҫәрҙәрен ижад итеүҙә ҡуллана.
Әҫәрҙәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Киске Өфө» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2018 йыл)
- Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара төрки телле яҙыусыларҙың хикәйәләр конкурсында «Сәләм» әҫәре өсөн икенсе урын (2014 йыл)
- Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре [6]
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Яратып йәшәүгә генә яратылғас…». «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сайты (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2023)
- ↑ Лауреаты премии имени Ш. Худайбнрдина. Миляуша Кагарманова (Хабилова) (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2023)
- ↑ "Һәнәк"те Миләүшә Ҡаһармановаға тотторҙолар
- ↑ [Күңелем йылы теләй (сборник) Миляуша Кагарманова https://www.livelib.ru/book/1006301278-kelem-jyly-telj-sbornik-milyausha-kagarmanova ]
- ↑ Миләүшә Ҡаһарманова
- ↑ Миләүшәне юғары исем алыуы менән ҡотлайбыҙ!
Һылтанмалар
- Кагарманова Миляуша Саягафаровна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 253. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.