Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улы
Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улы (1904-31.10.1942) — ҡыҙылармеец, рядовой, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1942 йылдың 31 октябрендә һәләк булған[1].
Тормош юлы
Шайкамал Хисаметдин улы Ҡорбанғәлиев 1904 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) ҡараған Илсекәй ауылында тыуған.
1941 йылда Малаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла.
Хәрби хеҙмәте
Тәүҙә ҡыҙылармеец Шайкамал Ҡорбанғәлиев 137-се дивизияның 771-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә.
- Тарихи белешмә
1942 йылдың 23 ғинуарында 771-се уҡсылар полкы уңышһыҙ разведка үткәрә һәм ҙур юғалтыуҙар кисерә. 1942 йылдың 4 февралендә 3-сө армия Болхов ҡалаһын яулап алыу маҡсатында операция башлай. Дивизияға бирелгән 150-се танк бригадаһы алыштың башында етди юғалтыуҙар кисерә. Дивизия тағы бер нисә көн Кузнецово 1-се, Кривцово, Бабинково 1-се йүнәлешендә уңышһыҙ һөжүм итә. Дүрт тәүлек дауамында өҙлөкһөҙ барған алыштарҙа дивизия меңдән ашыу кешеһен юғалта. 1942 йылдың февраль аҙағында — март башында Березуйка йылғаһында Фатнево һәм Чегодаево йүнәлешендә ҡаты алыштар бара, әммә уңышҡа өлгәшә алмай. 1942 йылдың 20 мартында дивизия армия резервына тулыландырыуға сығарыла.
Шайкамал Хисаметдин улы был хәрби частан 1942 йылдың 17 июлендә күсерелгән, «Халыҡ хәтере» сайтында «хөкөм ителгән» тигән яҙыу ҙа бар.
Артабан да шул уҡ 137-се уҡсылар дивизияһында хеҙмәт иткән.
1942 йылдың 31 октябрендә һәләк була. Орёл өлкәһе Новосильский районы Прудовский ауыл Советы составына ингән Малые Пруды ауылы янындағы урмандың көнбайыш сигендәге яңғыҙ ҡәберҙә ерләнә[2][3].
Ғаиләһе
Шайкамал Хисаметдин улының ғаиләһе була. Ҡатыны Нәзифә Әбдрафиҡ ҡыҙы. Ҡыҙы Нәүбиә, улы Вәлит.
Хәтер
Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ЦАМО Фонд: 58 Опись: 18001 Дело: 158