Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улы
Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улы (1906- ?) — ҡыҙылармеец, рядовой, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1]
Биографияһы
Мөхәммәт Хисаметдин улы Ҡорбанғәлиев 1906 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) ҡараған Илсекәй ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Октябрь революцияһы ваҡиғалары алдынан мәҙрәсә белеменә эйә була.
1929 йылда атаһы Хисаметдин менән өлкән ағаһы Шәмсетдин Ҡорбанғәлиевтарҙы, кулак синыфы тип иғлан итеп, сәйәси золом ҡорбанына әйләндерәләр, уларҙың малын, мөлкәтен тартып алалар. Атаһы Хисаметдин мулла, өлкән йәштә булғанлыҡтан, хөкөм урынына барып етә алмай, юлда вафат була.
Хәрби юлы
1942 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Малаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улын Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡырыла.
Калинин фронты составына ингән II формирование 145-се уҡсылар дивизияһының 599-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә.
1942 йылдың сентябрендә, ай дауамында, дошман менән алышҡанда батырлыҡ күрһәткәне өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
5-се уҡсылар ротаһы уҡсыһы ҡыҙылармеец Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтте, 1942 йылдың сентябрендә аяғы йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, 5 фрицты юҡ иткәне һәм һуғыш яланын ташлап китмәне. Оборонала булғанда ҡоролмалар төҙөлөшөндә лә өлгө күрһәтә. 1906 йылда тыуған, башҡорт, партияһыҙ, Башҡорт АССР-ының Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан РККА-ға саҡырылған
[2].
Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улы тыуған колхозында бухгалтер булып эшләй.
Ғаиләһе
Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт һуғышҡа алынғанға тиклем ҙур ғаилә башлығы була. Ҡатыны Рәҡиә — Нәсибаш ауылыныҡы. Улдары: Раһип (1929), Акрам (1931), Рәфҡәнә (1933), Зәфирә (1935), Рият (1937), Рәшит (1939), Мөғәллимә (1945) һәм Ғәлимә (1947). 5 балаһы һуғышҡа тиклем, 2 ҡыҙы һуғыштан һуң тыуған. Ҡорбанғәлиева Мөғәллимә апай (сәхнә псевдонимы Рәфиҙә) моңло тауышлы йырсы ине. Уның башҡарыуында «Таштуғай» йыры Башҡортостан телерадиокомпанияһы фондындында һаҡлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Хәтер
Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ЦАМО Фонд: 33 Опись: 717037 Дело: 1452
- шкаф 48а, ящик 15