Ҡотлобаевтар
Ҡотлобаевтар — башҡорт дворяндары нәҫеле. Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Йәлдәк улусының Кәмил ауылы башҡорттарынан.
Дөйөм характеристика
Ҡотлобаевтар нәҫелен башлап ебәреүсе Зөбәйер Ҡотлобаев була. Зөбәйер Ҡотлобаев 1823—1835 йылдарҙа 10-сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй. Уның улдары:
- Уйылдан Зөбәйер улы Ҡотлобаев — хорунжий (1836)[1].
- Ноғман Зөбәйер улы Ҡотлобаев (1809 — ?) — хорунжий. 1816 йылдан хәрби хеҙмәттә була. 1832 йылдан Ырымбур ҡалаһында, һуңынан 10‑сы башҡорт кантонында хеҙмәт итә, 1837—1846 йылдарҙа кантон башлығы ярҙамсыһы вазифаһын үтәй. Ҡустыһы Камилйән менән бергә Йәлдәк улусында урынлашҡан 3 поташ заводына эйә булған[2].
- Камилйән Зөбәйер улы Ҡотлобаев — зауряд-хорунжий. Ағаһы Ноғман менән бергә Йәлдәк улусында урынлашҡан 3 поташ заводына эйә булған[2].
- Раян Зөбәйер улы Ҡотлобаев (1815 — ?) — хорунжий (1841)[3]. 1839—1842 йылдарҙа 10‑сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын башҡара.
- Абдулкәбир Зөбәйер улы Ҡотлобаев — зауряд-яҫауыл (1812)[4].
Уйылдан Зөбәйер улы Ҡотлобаевтың улдары:
- Лоҡманхаким Уйылдан улы Ҡотлобаев — зауряд-хорунжий. 1863—1865 йылдарҙа 6-сы Бөрө кантоны башлығының ярҙамсыһы була[5].
- Миһран Уйылдан улы Ҡотлобаев — 1862—1863 йылдарҙа 16-сы кантон башлығы вазифаһын үтәй[6]. 1863—1865 йылдарҙа 6-сы Бөрө кантоны башлығының ярҙамсыһы була[5].
- Мостафа Уйылдан улы Ҡотлобаев ер биләүсе, урман сәнәғәтсеһе була. Ырымбур губерна канцелярияһында секретарь булып хеҙмәт итә. Ырымбур губернаһында 3 мең дисәтинәнән ашыу ер биләй, шуның 1,8 мең дисәтинәһе — Бөрө өйәҙендә, 0,5 меңе — Бәләбәй өйәҙендә, 0,8 меңе Өфө өйәҙендә була. Уның улдары:
- Мортаза Мостафа улы Ҡотлобаев (1873 — ?) — юрист. 1895 йылдан Мәскәү университетында уҡыған. 1908 йылдан — Минзәлә өйәҙендә, 1917 йылдан Бәләбәй ҡалаһында Юстиция министрлығында суд тәфтишсеһе булып эшләй.
- Искәндәр Мостафа улы Ҡотлобаев (? — 1910) — нәшерсе. Ҡазан университетын тамамлаған, 1906—1908 йылдарҙа «Тауыш» гәзитенең мөхәррире һәм нәшерсеһе. Ҡатыны — Ҡотлобаева Раҡия Шәйхәттәр ҡыҙы (1886−1966), ҡыҙы — Ҡотлобаева Ҡәҙриә Искәндәр ҡыҙы (1909—1997).
1866 йылда Миһран һәм Мостафа Ҡотлобаевтарҡа нәҫелдән күсә килеүсе дворяндар дәрәжәһе бирелә. Ҡотлобаевтар нәҫеле Ырымбур губерна дворян нәҫел тарихы китабына теркәлгән[7].
Башҡа билдәле вәкилдәре:
- Шакир Ҡотлобаев — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1918 йылдың башында Бөрө өйәҙендә Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡушылыу мәсьәләләре буйынса ҡоролтай ойоштора. Аҙаҡ бында Борай кантоны булдырыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 127
- ↑ 1 2 Тагирова Л. Ф., 2012, с. 120—121
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 132
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 133
- ↑ 1 2 Тагирова Л. Ф., 2012, с. 158
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 101
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 120
Әҙәбиәт
- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.
Һылтанмалар
- Ильясова А. Й. Ҡотлобаевтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.