Ҡоҙаш (Бөгөлмә районы)
Ҡоҙаш (Ҡодаш) — Татарстан Республикаһының Бөгөлмә районында урынлашҡан ауыл. Ҡоҙаш ауыл биләмәһенә ҡарай, ауыл биләмәһе үҙәге. 2002 йылға ҡарата халыҡ һаны 842 кеше.
Географик урыны
Ауыл тарихы
Ҡоҙаш — 1748 йылдан билдәле ауыл[1]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Микул улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Әлмәт районы, 1935 йылдан — Яңы Песмән районы, 1955 йылдан — Лениногорск районы, 1959 йылдан — Бөгөлмә районы составына инә[1].
Халыҡ һаны
1816 йылда ауылда ир енесле 10 башҡорт; 1834 йылда — 28 башҡорт (Ҡыйҙаш ауылында) һәм 141 типтәр (Ҡоҙаш ауылында); 1859 йылда — 770 ҡаҙна крәҫтиәне һәм башҡорт йәшәй[2].
| 1859 | 1889 | 1897 | 1908 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 770 | 823 | 1317 | 1378 | 1666 | 1544 | 1161 | 1043 | 1028 | 920 | 672 | 538 | 842 |
Инфраструктура
Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.