Ҡылысов Урал Ишбирҙе улы
Ҡылысов Урал Ишбирҙе улы (10 сентябрь 1963 йыл — 8 май 2013 йыл) — географ-ғалим. 1988—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты, 2000—2013 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (2005).
Биографияһы
Урал Ишбирҙе улы Ҡылысов 1963 йылдың 10 сентябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, БДПИ-ның география һәм биология факультетына уҡырға инә. 1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Балтика флотында хеҙмәт итә. 1988 йылдан ул тормошон мәғариф өлкәһенә бағышлай. Урал Ишбирҙе улы хеҙмәт эшмәкәрлеген Сибай ҡалаһының уҡыу йорттарында башлай: уҡытыусы, 1992 йылдан мәктәп-интернаттың фәнни-методик эш буйынса директор урынбаҫары, 1995 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай филиалында, 1996 йылдан алып 9-сы урта мәктәп директоры. 2000—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыусы булып эшләй[1]
Ғилми эшмәкәрлеге
Урал Ишбирҙе улының ғилми тикшеренеүҙәре Урал аръяғы геоэкологияһына, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм Баймаҡ тау-мәғдән районы ресурстарын рациональ файҙаланыу проблемаларына, арналған. Ул 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 9 уҡытыу-методик әсбап авторы.
Хеҙмәттәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- География фәндәре кандидаты (2005)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡортостан гәзите «Ҡосаҡ йәйеп киләм ел-дауылға…»
- ↑ [https://search.rsl.ru/ru/record/01000720320 Клысов, Урал Ишбердович. Географические и экологические условия Сибайского рудного района / У. И. Клысов; М-во образования Рос. Федерации. Башк. гос. пед. ун-т. — Уфа : Башгоспедуниверситет, 2000. — 111 с. : ил., табл.; 20 см.]
- ↑ Геоэкологическая оценка природно-антропогенных комплексов Башкирского Зауралья : автореферат дис. … кандидата географических наук : 25.00.36
- ↑ Особенности туристско-рекреационного потенциала республики Башкортостан
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |