Ҡыҙрасов Юлай Фәүҡәт улы
Юлай Фәүҡәт улы Ҡыҙрасов (рус. Юлай Фаукатович Кидрасов; 1975 йылдың 1 октябре, Өфө) — Рәсәйҙең иҡтисадсы-ғалимы, эшҡыуар, йәмәғәтсе. 2009 йылдан «КМ-Инвест» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең башҡарма директоры. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2002)[1].
Биографияһы
Ҡыҙрасов Юлай Фәүҡәт улы 1975 йылдың 1 октябрендә Өфө ҡалаһында билдәле дәүләт эшмәкәре Фәүҡәт Ҡыҙрасов[2] ғаиләһендә тыуған[3].
1997 йылда Башҡорт дәүләт университетын «иҡтисадсы» һөнәре буйынса тамамлай, 5 курста (1996/1997 уҡыу йылы) ул саҡтағы Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты була[4].
1998 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «юрист» һөнәре ала[3].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда «Европацентр — 93» ММПКО-һында йөк ташыусы булып башлай, һуңынан шунда уҡ сауҙа буйынса менеджер (рус.)баш., сауҙа бүлеге етәксеһе (1997), коммерция директоры (1998) була. 1997 йылда БашКредитБанк Республика Инвестиция Кредит Банкыһында Проектлау финанслауы идаралығының халыҡ-ара бәйләнештәр төркөмө белгесе булып эшләй[5].
1998 йылдан — «Гольфстрим» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт менеджеры, 1999 йылда — «Гольфстрим-косметик» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. 1999 йылдан 2009 йылға тиклем «Стройцентр» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең башҡарма директоры, 2009 йылда — «Аҡ сарлаҡ» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең башҡарма директоры[1].
2002 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгендә «эшлекле хакимиәт оҫтаһы» квалификацияһын (рус.)баш. ала, шул уҡ йылда, «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Инвестиция өлкәһен тикшереүҙең теоретик-методик нигеҙҙәре» тигән темаға диссертация яҡлай[6].
2009 йылдан алып «КМ-Инвест» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең башҡарма директоры. 2013 йылда «МИРБИС» Мәскәү халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә дәүләт һәм муниципаль идара итеү менеджеры һөнәренә эйә була. 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай[3].
2023 йылда Өфө ҡалаһының 3-сө Первомайский һайлау округы буйынса депутатлыҡҡа кандидат итеп үҙ-үҙен күрһәтеп, һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 59,04 процентының тауышын ала һәм Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайлана[7].
Хәйриә эшмәкәрлеге
Мәғариф өлкәһендәге социаль әһәмиәтле проекттарға, мохтаждарға ярҙам итә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Өфө ҡалаһының 3-сө Первомайский һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:
- «Бәхет территорияһы» хәйриә фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының попечителлек советы ағзаһы[11].
- Өфөнөң «Ҡаланы үҫтереү Йәмәғәт фонды» социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фондының попечителлек советы ағзаһы[12].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «2017 йыл меценаты» дипломы (Өфө ҡалаһы хакимиәтенең почетлы исеме).
- «2015 йыл меценаты» лауреаты.
Ғаиләһе
- Өйләнгән, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Кидрасов Юлай Фаукатович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Кидрасов Фаукат Хамидуллович. Единый республиканский бизнес-портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Кидрасов Юлай Фаукатович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Список студентов высших учебных заведений — стипендиатов Президента Республики Башкортостан. Башкирский государственный университет. Кидрасов Юлай Фаукатович, экономический факультет, 5 курс. Сайт АО «Кодекс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Кидрасов Юлай Фаукатович. Проект «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Теоретико-методические основы исследования инвестиционной сферы. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 08.00.01, кандидат экономических наук Кидрасов, Юлай Фаукатович. disserCat — электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Территориальная (окружная) избирательная комиссия Калининского района города Уфы подвела итоги выборов. Центральная избирательная комиссия Республики Башкортостан. Официальный сайт (21 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по жилищной политике и инфраструктурному развитию. Кидрасов Юлай Фаукатович. Заместитель председателя. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Фракция ЕР в региональном ЗАКСе. Кидрасов Юлай Фаукатович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Состав фракции Всероссийской политической партии «Единая Россия» в Государственном Собрании — Курултае Республики Башкортостан. Кидрасов Юлай Фаукатович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Попечительский совет. Кидрасов Юлай Фаукатович. Некоммерческая организация Благотворительный фонд «Территория счастья». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Попечительский совет. 1. Кидрасов Юлай Фаукатович. Фонд социального, культурного и экономического развития Уфы «Общественный фонд развития города». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Избиратель. «Избиратель — Депутат. Найди своего депутата». Сайт партии «Единая Россия». Кидрасов Юлай Фаукатович. Депутат фракции (депутатского объединения) «Единая Россия».
- Сайт Объективный рейтинг руководителей России. Кидрасов Юлай Фаукатович. 70 место в рейтинге.
- Сетевое издание «Уфа1.ру». Топ-100.
- Меценат года-2017.