Үтәшев
Үтәшев — башҡорт һәм татар ир-аттары, Үтәшева — ҡатын-ҡыҙҙар фамилияһы.
- Үтәшев Марат Мөхәр улы (1938), ғалим-сәйәсәтсе, сәйәси фәндәр докторы.
- Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (1959), Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) халыҡ артисы.
- Үтәшев Фәрит Зәйнулла улы (1947), инженер‑механик. БР фәндәр академияһының мөхбир ағҙаһы (2012), техник фәндәр докторы (1992). Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997).
- Үтәшев Әмир Ғәлимйән улы (1919—6.02.1996), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1966, 1985) кавалеры.
- Үтәшева Ләйсән Альберт ҡыҙы (1985), Рәсәй спортсыһы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры.
- Үтәшева Римма Әмир ҡыҙы (3.01.1952) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табип-акушер-гинеколог, йәмәғәтсе. Рәсәйҙең 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһының 4-6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Үтәшева Рүзидә Рәсүл ҡыҙы (18.02.1958) — педагогик хеҙмәт ветераны. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009).