Һамарбаев Хәләф Харис улы

Һамарбаев Хәләф Харис улы (рус. Самарбаев Халяф Харисович (Халап Харитонович) 1921 йыл — 19 сентябрь 1998 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Әҙәбиәт

Һамарбаев Хәләф Харис улы 1921 йылда хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 4-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылда яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Һамарбаев Хәләф Харис улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. 1985 йылда юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].

Ветеран 1998 йылдың 19 сентябендә вафат була.

Һылтанмалар