Һомай (аҡыллы колонка)
Һомай — башҡорт һәм рус телендә һөйләшкән акыллы колонка һәм виртуаль ассистент. Интернеттан яуар эҙләп табыу, кәрәкле мәғлүмәтте һәм әҫәрҙәрҙе тауыш ярҙамында тапшырыу, әнгәмәләшеү һәм башҡортса-русса-башҡортса тәржемә итеү мөмкинлегенә эйә. Программист Айгиз Кунафин һәм уның командаһының проекты. «Урал батыр» эпосындағы Һомай хөрмәтенә аталған[1].
Тарихы
2017 йылда туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе буйынса килеп тыуған хәл-ваҡиғалар һәм балаларҙың уйындары интернеттағы цифрлы тормошҡа күсеүе башҡорса һөйләшкән аҡыллы колонка булдырыуға этәргес бирә[2]. Проект үҙе 2020 йылда — COVID-19 коронавирус пандемияһы ваҡытында барлыҡҡа килә. Артабан уны тормошҡа ашырыу энтузиастар тарафынан алып барыла[1].
Ҡулланыусыларға башҡортса ассистент хеҙмәте күрһәтеүсе яһалма интеллектлы беренсе 250 колонканы сығарыу өсөн 2023 йылда проект Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ була[3][4][5], беренсе партияһы 2024 йылдың 12 ғинуарында Өфөнөң башҡорт телле 6 балалар баҡсаһына тапшырыла[6]
Техник үҙенсәлектәре
Колонка Интернетҡа сымһыҙ элемтә аша тоташа. Мәғлүмәт эшкәртеү серверҙа башҡарыла. Йыш ҡулланылған талаптарға (башкортса-русса тәржемә итеү, әкиәт һөйләү, музыка ҡуйыу, башҡорт аш-һыуы рецептарын табыу һәм башҡалар[7]) алгоритмдар яҙыла, комплекслы осраҡта башкортса-инглизсә тәржемә аша chatGPT сервистары ҡулланыла. Башҡорт телен аңлау, тексҡа әйләндереү һәм һөйләм генерацияһы үҙ көстәре менән башҡарыла[8].
Ҡыҙыҡлы факттар
Мариса һөйләшкән виртуаль ярҙамсыны булдырыу буйынса эш алып барыусы лингвист һәм тел активисы Андрей Чемышев белдереүенсә, өлгөләре 2024 йылдың февраль-мартында сығарыласаҡ iВика (ялан мари Айвика) яһалма интеллекты шулай уҡ Һомай эшләгән колонкала йәшәйәсәк:
| Насчёт умной колонки? Я не собирался это делать.
Мы с Айгизом думали, что нам нужна система автоматического перевода аудио- и видеоконтента, чтобы наши детки мультики смотрели на наших родных языках: у Айгиза на башкирском, а моя Эрвина — на марийском. Они включают свои планшеты, а мультики автоматически переводятся на те языки, которые мы поставим в настройках... Но вот Айгиз взял и создал свою башкирскую умную колонку Һомай... И нам пришла идея использовать одно и то же железо и программное обеспечение, а колонка будет мультиязычной: говоришь Һомай — тебе отвечает по-башкирски, говоришь iВика — отвечает по-марийски.[9] Андрей Чемышев
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Не Алиса, а Һомай: уфимец разрабатывает башкироязычный аналог умной колонки
- ↑ ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТ ҺОМАЙ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘ
- ↑ Умная колонка заговорила по-башкирски. КоммерсантЪ.Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2024 елның 17 гыйнвары.
- ↑ Приказ №213 от 14.07.2023 "Об утверждении перечня победителей конкурса на предоставление некоммерческим неправительственным организациям грантов Главы Республики Башкортостан в форме субсидий на сохранение и развитие государственных языков Республики Башкортостан и языков народов Республики Башкортостан в 2023 году". Фонд грантов главы Республики Башкортостан / Фонд содействия гражданскому обществу Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2024 йыл 18 ғинуар.
- ↑ Модуль «Начальная школа» для умной колонки «Əминə» на базе платформы «Һомай». Фонд грантов главы Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2024 йыл 18 ғинуар.
- ↑ В детсадах Башкирии появились умные колонки, говорящие на башкирском языке. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2024 йыл 17 ғинуар.
- ↑ Хабиров рассказал о создании умной колонки, говорящей на башкирском языке. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2024 йыл 17 ғинуар.
- ↑ Айгиз Кунафин "Һомай - как создавали умную колонку говорящую на башкирском языке". UfaDevConf2023 конференциялағы сығышынан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2024 йыл 17 ғинуар.
- ↑ София Костогрызова. «Умная колонка будет мультиязычной: говоришь Һомай - отвечает по-башкирски, говоришь iВика - отвечает по-марийски». Миллиард.татар. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2024 елның 19 гыйнвар.