Һыу аҫты моряктары көнө
| Викидата элементы юҡ |
Һыу аҫты моряктары көнө — Рәсәй Федерацияһы Хәрби-диңгеҙ флотының һыу аҫты көстәре хәрби хеҙмәткәрҙәре, ветерандары һәм граждан персоналы йыл һайын 19 мартта билдәләгән байрам[1].
Тарихы
Дата 1906 йылдың 19 мартында (иҫке стиль менән — 6 мартта) Рәсәй империяһы императоры Николай II указы менән хәрби флот суднолары классификацияһына яңы хәрби караптар класы — һыу аҫты кәмәләре, ә Рәсәй флоты 20[2] һыу аҫты кәмәһе: йәшеренлек арҡаһында элек мина йөрөтөүселәр тип һаналған «Дельфин», «Форель» тип аталған һыу аҫты кәмәләре, шулай уҡ ул ваҡытҡа эшләнгән «Касатка», «Сом» һәм «Осётр» тибындағы һыу аҫты субмариналары менән тулылана. Был хаҡта Рәсәйҙең Диңгеҙ ведомствоһы буйынса 1906 йылдың 24 мартында шәхсән диңгеҙ министры адмирал А. А. Бирилёв ҡул ҡуйған 52-се бойороҡ раҫлай. Документта былай тиелә: «Император (Николай II) ғали йәнәптәре, ошо йылдың 6 матында, ...флоттың карап составы классификацияһына һыу аҫты кәмәләрен индерергә Высочайше повелеть соизволил… »[3]. Шул уҡ йылдың 9 апрелендә (27 мартта) 27614 һанлы указ менән был Либавела император Александр III порты ҡарамағында Һыу аҫтында йөҙөүҙең күнекмә отряды булдырыла.
Шул осорҙан алып Рәсәй империяһында яңы — «Һыу аҫты моряктары көнө» барлыҡҡа килә, әммә 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң уны байрам итеү туҡтала. Туғыҙ тиҫтә йыл самаһы үткәндән һуң, байрам тергеҙелә. 1996 йылдың 15 июлендә Рәсәйҙең Хәрби-Диңгеҙ флоты Баш командующийы, флот адмиралы Ф. Н. Громов 253-сө бойороҡҡа ҡул ҡуя. Документта Һыу аҫты моряктары көнөн йыл һайын 19 мартта байрам итеү билдәләнә[4].
Ғәҙәт булараҡ, был көндә тантаналы кисәләр, йыйылыштар, концерттар, митингылар һәм осрашыуҙар үткәрелә. Рәсәйҙең Хәрби-Диңгеҙ флоты Баш командующийы флоттың һыу аҫты моряктарына һәм ветерандарға ҡотлауҙар ебәрә. Хәрби хеҙмәтендә айырылып торған моряктарға дәүләт наградалары тапшырыла, иҫтәлекле бүләктәр, грамоталар, командованиеның рәхмәт хаттары бирелә. Рәсәйҙең Хәрби-Диңгеҙ флоты гарнизондарында байрам саралары үтә, һыу аҫты моряктары мемориалдарына һәм һәйкәлдәренә веноктар, сәскәләр һалына[5][6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Главнокомандующий Военно-Морским Флотом адмирал Владимир Высоцкий поздравил моряков-подводников ВМФ с Днём подводника. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2010. Архивировано 12 июль 2012 года.
- ↑ Э. А. Ковалёв. Рыцари глубин. — М.: Центрполиграф, 2005. — С. 55—56. — 445 с. — 4000 экз. — ISBN 5-9524-1473-7.
- ↑ Известия. Ру: День моряка-подводника
- ↑ Мәкаләләр intertat.ru — электронная газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2010. Архивировано из оригинала 19 март 2018 года.
- ↑ На Северном флоте отметят День моряка-подводника. РИА Новости (19 март 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2010. Архивировано 13 март 2012 года.
- ↑ Праздник элиты флота | Вечерний Северодвинск от 22 марта 2007 г. | Издательство «Северная неделя». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2010. Архивировано 19 февраль 2010 года.
