Һәйетҡолов Әхмәҙулла Ибраһим улы

Һәйетҡолов Әхмәҙулла Ибраһим улы (рус. Саиткулов Ахмадулла Ибрагимович) — (1909 йыл – ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант. 1943 йылдың 22 мартында яуҙа хәбәрһеҙ юғала.

Биографияһы

Һәйетҡолов Әхмәҙулла Ибраһим улы 1909 йылда хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. 1941 йылдың 16 февралендә Бөрйән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һәйетҡолов Әхмәҙулла батарея командиры булып хеҙмәт итә[1]. Һәйетҡолов Әхмәҙулла Ибраһим улы 1942 йылдың декабрендә һуғышта хәбәрһеҙ юғала[2], ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Украинаның Ворошиловград өлкәһе Юлино-2 станцияһы районында ерләнгән.

Һылтанмалар