Әбдиев Ибраһим Минһаж улы
Әбдиев Ибраһим Минһаж улы (рус. Абдеев Ибрагим Мингазович) (1923-) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 1-се эскадронында хеҙмәт итә. Гвардия рядовойы, гвардия сержанты. III дәрәжә Дан ордены кавалеры[1].
Биографияһы
Ибраһим Минһаж улы Әбдиев 1923 йылда Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) тыуған.
Хәрби хеҙмәте
1942 йылдың авгусында Үзбәкстан ССР-ы Сәмәрҡәнд өлкәһе Хатырчы район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла.
Белорус фронты составындағы 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадронында станковый пулемёт тоҫҡаусыһы, пулемёт взводы командиры ярҙамсыһы[2].
Наградалары
- III дәрәжә Дан ордены (1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)[3]
Хәтер
Әбдиев Ибраһим Минһаж улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
- Абдеев Ибрагим Мингазович 2021 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.
- Память народа. Абдеев Ибрагим Мингазович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Абдеев Ибрагим Мингазович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Они вернулись с победой (списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.) Т. 7 Кармаскалинский район. — 2004. — 669 с.; ISBN 5-295-03392-9 / редкол.: Х. Х. Ишмуратов и др. — Уфа : Китап, 2001
Иҫкәрмәләр
- ↑ Абдеев Ибрагим Мингазович
- ↑ Память народа. Абдеев Ибрагим Мингазович
- ↑ Абдеев Ибрагим Мингазович 2021 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Они вернулись с победой (списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.) Т. 7 Кармаскалинский район. — 2004. — 669 с.; ISBN 5-295-03392-9 / редкол.: Х. Х. Ишмуратов и др. — Уфа : Китап, 2001