Әбдиев Йәмғәфир Сәйетғәли улы

Әбдиев Йәмғәфир Сәйетғәли улы (рус. Абдеев Ямгафир Саитгалеевич) (1910-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985).

Биографияһы

Әбдиев Йәмғәфир Сәйетғәли улы 1910 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (артабан — Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы) Боҙаяҙ ауылында тыуған. Боҙаяҙ районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәт итергә саҡыра. 1941 йылдың 24 авгусында 119-сы һанлы таныҡлыҡ менән хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип комиссовать ителә[2]

Наградалары

Хәтер

Әбдиев Йәмғәфир Сәйетғәли улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт