Әбйәлилов Талип Салауат улы
Әбйәлилов Талип Салауат улы (рус. Абжалилов Талип Салаватович) (1902-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы составындағы 76 миллиметрлы батареяның ездовойы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].
Биографияһы
Талип Салауат улы Әбйәлилов 1902 йылда Силәбе өлкәһе Ҡаракүл (хәҙер — Октябрьский) районының Тәрәнкүл ауылында тыуған.
1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Матрай районы хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. Ҡыҙылармеец Талип Салауат улы яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһына билдәләнә, 60-сы гвардия кавалерия полкы составындағы 76 миллиметрлы батареяның ездовойы була[2][3].
1945 йылдың 18 ғинуарында һәм 15 февралендә күрһәткән батырлығы тураһында командиры:
| Иптәш Әбйәлилов Т. С. 76-миллиметрлы пушкалар батареяһының иң тәжрибәле һәм ҡыйыу ездовойҙарының береһе. 18 ғинуарҙа Томашув һәм Калиш ҡалалары өсөн барған алыштарҙа дошмандың көслө артиллерия уты аҫтында боеприпастарҙы ваҡытында килтереп еткереп, хәрби бурысты үтәргә ярҙам итте. 15 февралдә, дошман беҙҙең подразделениелар араһына килеп инеп, ауыр хәл тыуғанда, батареяларҙың ут подразделениеларын (ОП) тиҙ арала боеприпас менән тәьмин итеү маҡсатында, Әбйәлилов, пулемёт һәм автоматтарҙың көслө уты аҫтында иңенә һалып 7 йәшник снаряд ташыны һәм хәлде көйләргә ярҙам итте[3] |
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[3].
Хәтер
Әбйәлилов Талип Салауат улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм Силәбе өлкәһе Октябрьский районы Тәрәнкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Абжалилов Талип Салаватович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Память народа. Абжалилов Талип Салаватович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Дорога памяти. Абжалилов Талип Салаватович 2021 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Т. 15(доп.): Российская Федерация. Республика Башкортостан. — 2010 ISBN 978-5-295-02996-4
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шаймуратовцы. Абжалилов Талип Салаватович
- ↑ Дорога памяти. Абжалилов Талип Салаватович 2021 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 Память народа. Абжалилов Талип Салаватович
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Т. 15(доп.): Российская Федерация. Республика Башкортостан. — 2010 ISBN 978-5-295-02996-4