Әйүпов Вадим Рәмил улы
Вадим Рәмил улы Әйүпов (рус. Аюпов, Вадим Рамильевич, 1974 йылдың 13 октябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — спортсы, тренер. 1995—2005 йылдарҙа фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2006—2009 йылдарҙа рапира менән фехтование буйынса Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996)[2].
Биографияһы
Вадим Рәмил улы Әйүпов 1974 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
«Локомотив» балалар спорт йәмғиәте, 4-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы мәктәбе (беренсе тренеры — атаһы Рәмил Исмәғил улы Әйүпов) тәрбиәләнеүсеһе[3].
1997—2002 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһы (тренерҙары — М. П. Мидлер, Д. С. Шевченко) өсөн сығыш яһай.
Урал дәүләт физик культура академияһын тамамлаған (1999).
Лос-Анджелес ҡалаһында (АҠШ) спорт клубы тренеры[4]
Һөҙөмтәләре
- Шәхси зачетта
- Бөтә донъя йәйге Универсиаданың бронза призеры (1997; 2001);
- Рәсәй чемпионы (2000);
- Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призеры (1997) ,
- Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (1999),
- Донъя Кубогы этабының көмөш призеры (2003);
- Ир-егеттәр араһында Рәсәй Кубогын яулаусы (1995).
- Егеттәр араһында СССР чемпионы (1990).
- Үҫмер спортсылар араһында Европа беренселегенең бронза призеры (1993).
- Команда зачетында
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 https://infosport.ru/person/fehtovanie/ayupov-vadim
- ↑ Аюпов Вадим Рамильевич. Башкирская энциклопедия: в 7 тт. (20 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2025.
- ↑ Аюпов Вадим Рамильевич. Институт Башэнциклопеди АН РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2025.
- ↑ Российские спортсмены. Спортивная Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2025.