Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы
Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].
Биографияһы
Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районында тыуған. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың декабрендә Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкында санинструктор булып хеҙмәт итә[1][2].
1943 йылда «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән (батырлыҡ күрһәткән көнө: 14.11.1943), ә 1944 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), 1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1][2][3].
«Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән Наградлау ҡағыҙында Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улының батырлығы тураһында ошолай тасуирлана:
| Һуғыш ваҡытында ҡоралдары менән 20 яралы һалдатты командиры менән бергә һуғыш яланынан сығарҙы. 14.11.1943 йылдың 14 ноябре көнө Малодуша (белор. Маладуша) ауылы янындағы һуғышта сафтан сыҡҡан миномент тоҫҡаусыһын алмаштыра һәм минометтан атып дошмандың һуғыш припастары тейәлгән автомашинаһын шартлата[3]. |
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Шаймуратовцы. АЮПОВ Фарвас(з, й) Фаррахович
- ↑ 1 2 3 4 Аюпов Фарвас 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Память народа. Фарвас Фаррахович Аюпов
Сығанаҡтар
- Память народа. Фарвас Фаррахович Аюпов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Аюпов Фарвас 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- Шаймуратовцы. АЮПОВ Фарвас(з, й) Фаррахович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)