Әлмәтов Ғәйет Баймый улы
Биографияһы
Ғәйет Баймый улы Әлмәтов 1924 йылдың 5 майында Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Сиҙәш ауыл Советы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы Осиповка ауыл Советы) Ҡарағайкүл ауылында тыуған.
1942 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР-ының Байҡыбаш районы (1937—1956 йй.) хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Гвардия ҡыҙылармеецы Әлмәтов Ғәйет Баймый улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы пулемётсыһы булып хеҙмәт итә[2].
1945 йылдың 30-31 ғинуарында күрһәткән ҡаһарманлығы
| Эскадрондың хәрби операциялары һәм марш үтеүе ваҡытында, теләһә ниндәй шарттарҙа ла иптәш Әлмәтовтың пулемёты таҙа һәм һәйбәт торошта була. Шуның өсөн дошмандың 1945 йылдың 30 ғинуарында Янни ауылы янындағы ҡаты контрһөжүме ваҡытында пулемётынан өҙлөкһөҙ атып, иптәш Әлмәтов 17 гитлерсыны юҡ итте.
Ә 31 ғинурҙа, Вальдфульварк тораҡ пункты янында дошмандың көслө контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда, шәхси карабинынан атып 6 гитлерсыны үлтерҙе |
III дәрәжә Дан ордены менән билдәләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- III дәрәжә Дан ордены (20.02.1945)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (15.07.1945)[1]
Хәтер
Әлмәтов Ғәйет Баймый улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Благовещен районы Ҡарағайкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
- ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 939.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Альметов Гает Баймеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Альметов Гает Баймеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Альметов Гает Баймеевич 2021 йылдың 27 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Благовещенский район, т. 4, 2003 ISBN 5-295-03261-2