Әминев Ғәликарам Хәмит улы
Биографияһы
Ғәликарам Хәмит (Хисмәт) улы Әминев (Әхмәтов) 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантонында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Әхмәр ауылында тыуған[3].
1942 йылда Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Гвардия ефрейторы Әминев Ғәликарам Хәмит улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкында өлкән разведчик булып хеҙмәт итә.
1944 йылдың 12 ғинуарындағы һуғышта шәхси ҡоралы менән 2 дошман һалдатын атып үлтерә. Был ҡаһарманлығы өсөн 1944 йылдың 1 майында «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы тапшырыла.
1945 йылдың 16 февралендә һәләк була. Германияла Браллентин ҡалаһында ерләнгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[1].
Хәтер
Әминев Ғәликарам Хәмит улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ның Ишембай районы Әхмәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
- ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 5136
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Аминев Галикарам Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Аминев Галикарам Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Аминев Галикарам Хамитович 2021 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Шаймуратовцы. Аминев Галикарам Хамитович
- ↑ Дорога памяти. Аминев Галикарам Хамитович 2021 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Память народа. Аминев Галикарам Хамитович
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0