Әс-Сәҡийә мәсете

Әс-Сәҡийә мәсете (ғәр. مسجد السقيا‎;рус. Мечеть ас-Сакийя) — Мәҙинә ҡалаһы мәсете, Сәғүд Ғәрәбстаны.

Тарихы

Әс-Сәҡийә мәсете Сәғд ибн Әби Үәҡҡастың Суҡйә ҡоҙоғо хөрмәтенә шулай атала.

Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәр иҫән саҡта, Бәҙер һуғышында еңгәндән һуң төҙөлгән булған[1][2]. Хәҙистә һуғышҡа китер алдынан Пәйғәмбәрҙең Суҡйә янында урынлашҡан ҡоҙоҡ һыуы менән тәһәрәтләнеүе яҙылған. Мәсет төҙөлгән урында Пәйғәмбәргә Әл-Әнфәл сүрәһе иңгән. Шулай уҡ был мәсеттә Ғаббас бин Ғабдул Мотталип үтенесе буйынса Ғүмәр ибн әл-Хәттаб беренсе тапҡыр Истиҡлаа намаҙын үткәргән (ямғыр саҡырыу намаҙы)[3]

Тасуирламаһы

Әс-Сәҡийә мәсете Анбарияның хәҙерге тимер юл вокзалында урынлашҡан. Был ҙур булмаған мәсеттең өс көмбәҙе бар. Мәсеттең киңлеге 56 метр. Унда өмәүиҙәрҙең архитектура стиле элементтары бар. Мәсет король Фәхд ибн Ғабдулла-Әзиз әл Сәғүд идара иткән ваҡытта реконструкциялана[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Tarikh Ma'alim al-Madinah al-Munawwarah, Т.1, с.72. .
  2. Wafa'u al-Wafa, Т. 3, с.972. .
  3. 1 2 Masjid Suqya/Suqya well | Islamic Landmarks  (инг.), Islamic Landmarks (20 February 2014). 19 август 2018 тикшерелгән. 2018 йылдың 20 август көнөндә архивланған.