Әт-Тәбарани

Әбү әл-Ҡасим Сөләймән ибн Әхмәт әт-Тәбарани (ғәр. أبو القاسم سليمان بن أحمد الطبراني‎; 873, Тәбария (Тверия), хәҙ. Израиль — 970, Исфаһан, хәҙ. Иран) — Мөфәссир — Ҡөрьән тәфсирсеһе, ислам хоҡуҡ белгесе — фаҡиһ һәм хәҙис белгесе — мөхәддис.

Биографияһы

Уның тулы исеме Әбү әл-Ҡасим Сөләймән ибн Әхмәт ибн Әйүп ибн Мотаййир әл-Ләхми әл-Шәми әт-Тәбарани. Тәбарияла (Тверия) тыуған (Фәләстин), йәшәгән һәм Исфаһанда вафат булған. 13 йәшендә ғилем эҫтәй башлаған; үҙ заманының билдәле дин белгестәрендә белем алған[4].

Эшмәкәрлеге

Әт-Тәбараниҙың хәтере бик яҡшы булған һәм тапшырғыстар сылбыры менән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 3000-дән ашыу хәҙистәрен яттан белгән. Хәҙистәр йыйыу һәм өйрәнеү өсөн ул Сүриә, Ираҡ, Хижәз, Йемен һәм Мысыр буйлап күп сәйәхәт иткән[4].

Сөләймән әт-Табараниҙың билдәле уҡыусылары араһында Ғәмер ибн Ғабдул-Халиҡ әл-Басри һәм Әбү Бәкер әл-Бәззәр.

Әҫәрҙәре

  • «әл-Мүғжәм әл-Кәбир»
  • «әл-Мүғжәм әл-Әүсәт»
  • «әл-Мүғжәм әс-Сәғир»[5]

Иҫкәрмәләр

  1. Али-заде А. Табарани Сулейман (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  2. 1 2 Sulaymān ibn Aḥmad Ṭabarānī // Faceted Application of Subject Terminology
  3. ويكيبيديا العربية (ғәр.) — 2003.
  4. 1 2 Maribel Fierro, 2000
  5. Али-заде, 2007

Һылтанмалар

  • Али-заде, А. А. Табарани Сулейман // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • al-Ṭabarānī / Maribel Fierro // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Тема буйынса өҫтәмә