Әхмәтйәнов Ғәлимйән Ғарифйән улы
Әхмәтйәнов Ғәлимйән Ғарифйән улы (24 июль 1916 йыл Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылы — 2 август 1996 йыл, шунда уҡ) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), «Почет билдәһе» ордены кавалеры[1][2][3].
Биографияһы
Әхмәтйәнов Ғәлимйән Ғарифйән улы 1916 йылдың 24 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауыл Советы Дүшәмбикә ауылында тыуған[2]. 1936 йылдан Ҡыйғы районының «Ҡыҙыл Урал» колхозында тракторист, ә 1938 йылдан Ҡыйғы МТС-ы трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй[2].
Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың 2 ғинуарында Ҡыйғы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7‑се гвардия кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында, 1942 йылдың июненән — айырым гвардия элемтә дивизионында, 1943 йылдан — 7‑се айырым гвардия элемтә дивизионында Көньяҡ‑Көнбайыш, Дала, Белоруссия, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында һуғыша[2].
Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), «Почёт Билдәһе» ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945), «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944) менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң Ҡыйғы районында 1946 йылдан һәм 1953 йылдан Ҡыйғы МТС-ы бригадиры, 1949 йылдан рәйесе, 1951—52 йылдарҙа рәйес урынбаҫары, 1959 йылдан Тимирязев исемендәге колхозда механик, 1963 йылдан район «Сельхозтехника» берекмәһендә контролёр, 1974—1977 йылдарҙа 8-се ПМК механигы булып эшләй[2]. Был йылдарҙа I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1946), «Берлинады алған өсөн» (1946), «Варшаваны азат иткән өсөн» (1946), «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергшән өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944)
- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1946)
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы (1946)
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Ахметьянов Галимьян Гарифьянович
- ↑ 1 2 3 4 5 Шаймуратовцы. АХМЕТЬЯНОВ Галимьян Гарифьянович
- ↑ Ахметьянов 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Память народа. Ахметьянов Галимьян Гарифьянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Ахметьянов 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- Шаймуратовцы. АХМЕТЬЯНОВ Галимьян Гарифьянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)