Әхмәтов Вәлийән Муллаян улы
Әхмәтов Вәлийән Муллаян улы (1912 йыл[1], башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1919 йыл — 26 ғинуар 1945 йыл) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты, III дәрәжә Дан ордены квалеры[2][3].
Биографияһы
Әхмәтов Вәлийән Муллаян улы 1912 йылда[1], башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1919 йылда Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Яңы Ҡормаш ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армия сафына Кушнаренко район хәрби комиссариаты тарафынан 1943 йылдың 7 ғинуарында саҡырыла[2][3]. 7-се гвардия кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһы 62‑се гвардия кавалерия полкында 4-се эскадрон ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[2][3]. Немец илбаҫарҙары менән һуғыш фронтында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1945 йылда III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[1][3]. 1945 йылдың 26 ғинуарында һуғыш яланында алған яраларынан (пуля күкрәк һәм ҡорһаҡ ҡыуышлыҡтарына үтеп инә) вафат була[2]. Польшаның Познань воеводствоһы Калиш поветы (районы) Старый Боркув ауылында костёл ҡоймаһы эсендә ерләнгән[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- III дәрәжә Дан ордены (1945)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Шаймуратовцы. АХМЕТОВ Вализян (Валиян) Муллаянович
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Память народа. Ахметов Валиян Муллаянович
- ↑ 1 2 3 4 Ахметов Валиян 2021 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Память народа. Ахметов Валиян Муллаянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Ахметов Валиян 2021 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған.
- Шаймуратовцы. АХМЕТОВ Вализян (Валиян) Муллаянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)