Әхмәтов Нурулла Кәлимулла улы

Әхмәтов Нурулла Кәлимулла улы (1913 йыл — 22 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой[1][2].

Биографияһы

Әхмәтов Нурулла Кәлимулла улы 1913 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы (Йомағужа районы) Кушакинек (?) ауылында тыуған[1][3][4]. Ҡыҙыл Армия сафына Башҡорт АССР-ының Йомағужа район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылда саҡырыла[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы 3-сө эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[2][3]. 1942 йылдың 22 июлендә һуғыш яланында һәләк була, Курск өлкәһенең (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһе) Озерки ауылында ерләнгән[2].