Әхмәтшин Моратша Файүрғи улы
Биографияһы
Әхмәтшин Моратша Файүрғи улы 1915 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Түреш ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армияға Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы 1-се эскадроны автоматсыһы (икенсе мәғлүмәт буйынса тимерсе) булып хеҙмәт итә[2]. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2][3]. Ҡаһарманлыҡ күрһәткән көнө 23 июль 1944 йыл. Наградлау ҡағыҙында был турала ошолай һүрәтләнә:
| Әхмәтшин Моратша Файүрғи улы 1944 йылдың 23 июлендә Новосёлки ауылы өсөн һуғышта үҙенең автоматынан дошмандың 6 һалдатын юҡ итә.[1] |
1945 йылдың 26 апрелендә хәбәрһеҙ юғала (икенсе мәғлүмәттәр буйынса һәләк була, Германияла Велефанц ауылында ерләнгән)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Память народа. Ахмедчин Муратш Фаюргиевич
- ↑ 1 2 3 4 5 Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Муратш (Муратша) Фаюргиевич
- ↑ 1 2 Ахмедчин Муратша Фаюршевич 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Память народа. Ахмедчин Муратш Фаюргиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Муратш (Муратша) Фаюргиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Ахмедчин Муратша Фаюршевич 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.