Әхмәт Хәйеров
Әхмәт Хәйер улы Хәйеров — башҡорт кантон башлығы.
Биографияһы
Әхмәт Хәйер улы Хәйеров Ырымбур губернаһында 1825 йылда тыуған[1]. Сығышы менән ябай башҡорт.
1836 йылда Ҡаҙан гимназияһына уҡырға инә, һуңынан Ҡаҙан Император университетында уҡый, уны действительный студент дәрәжәһендә тамамлай[2].
1853-1854 йылдарҙа 7-се башҡорт кантоны (үҙәге — Хәсән ауылы) башлығы булып хеҙмәт итә.
1863-1865 йылдарҙа 4-се Силәбе кантоны башлығы ярҙамсыһы була.
4-се башҡорт полкы составында 1853-1856 йылдарҙа Ҡырым һуғышында ҡатнаша, Андрей лентаһындағы «1853-1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙал менән бүләкләнә.
1859-1860 йылдарҙа — 10-сы кантон башлығы, 1861-1863 йылдарҙа — 9-сы кантон башлығы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорттарҙың хәрби тарихы:/баш мөх.Ә.З.Әсфәндиәров.-Өфө:Башк.энцикл.,2013 372 б.
- ↑ Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — С. 97, 117. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.