Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы

Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы (1905-1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның байраҡсыһы, өлкән сержант, ВКП(б) ағзаһы, 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1938—1946)[1][2].

Биографияһы

Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы 1905 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында тыуған[1][2]. 1927 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында. Хәрби бурысын Төркөстанда үтә, сик буйы һағында пулеметсы булып хеҙмәт итә, басмачтар менән көрәшә, яралана[1]. Граждандар һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[3].

1929 йылдан Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Урал ауылы «Бүләк» колхозы рәйесе урынбаҫары, 1934 йылдан рәйесе. 1938 йылдан район башҡарма комитетының юл бүлеге мөдире. 1942 йылда яңынан «Бүләк» колхозы рәйесе итеп һайлана. 1-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1938—1946)[1][2].

1942 йылдың ғинуарында Краснокама район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 9-сы запастағы кавлерия полкына (Туймазы) ебәрелә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294‑се кавалерия полкында пулемет эскадронында хеҙмәт итә. Эскадрон партия ойошмаһы секретары, дивизияның байраҡсыһы була[1][2].

1943 йылдың февралендә дошмандар тарафынан көслө һаҡланған тимер юл күперен юҡ итеү буйынса приказды үтәгәндә һәләк була. Чернушки ауылы эргәһендә ерләнгән[1]. Икенсе мәғлүмәт буйынса 1943 йылдың февралендә дивизия 8-се кавалерия корпусы составында дошман тылында хәрәкәт итә. 23 февралдә иртәнге сәғәт 5-тә дивизия яугирҙәре дошман тылын йырып сығыу өсөн ҡаты һуғыш алып бара. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин шул һуғышта генерал Шайморатов менән бергә һәләк була. Он похоронен в братской могиле на территории Луганск өлкәһе биләмәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[3].

Хәтер

2020 йылдың 1 декабрендә Яңы Аҡтанышбаш ауылында легендар 112-се Башкҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улына һәм Нурғәлиев Хәнәфи Нурғәле улына мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтә. Әхмәҙуллин Әхмәтхужа Әхмәҙулла улы хөрмәтенә мемориаль таҡта Мәҙәниәт һарайы бинаһына ҡуйыла[3]. С. Р. Ҡадыровтың «Через огни и воды» китабында телгә алына[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре