Әхтәмов Йәғәфәр Әхтәм улы
Әхтәмов Йәғәфәр Әхтәм улы (1910 йыл, Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Аҙнаш ауылы — 6 июль 1942 йыл Курск өлкәһе) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец[1][2].
Биографияһы
Әхтәмов Йәғәфәр Әхтәм улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Аҙнаш ауылында тыуған[1][2].
Ҡыҙыл Армия сафына Учалы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында артиллерия тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[1][2].
1942 йылдың 6 июлендә һәләк була, Курск өлкәһенең (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһе) Больше-Полянский районы Алешки ауылында ерләнгән[1][2].
Ғаиләһе
Ҡатыны Әхтәмова Бибинур, Учалы районының Аҙнаш ауылында[2].
Сығанаҡтар
- Шаймуратовцы. АХТЯМОВ Ягафар Ахтямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- АХТЯМОВ Ягафар Ахтямович