Әхтәмов Шәймөхәмәт Әҙеһәм улы

Әхтәмов Шәймөхәмәт Әҙеһәм улы (1914 йыл, Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Абҙаҡ ауылы — 10 июль 1942 йыл Курск өлкәһе) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант[1],[2].

Биографияһы

Әхтәмов Шәймөхәмәт Әҙеһәм улы 1914 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған[1][2]. 1939 йылдың 4 декабрендә Белорет ҡала милиция бүлегенең 359 (п.2) номерлы бойороғо менән 3-сө разрядлы милиционер вазифаһына тәғәйенләнә. Повесткалар сығарыусы, КПЗ дежурныйы, тышта поста тороусы булып эшләй. 1940 йылдың 13 ғинуарында ҡала милиция бүлегенең дежурный ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә[3].

Ҡыҙыл Армия сафына Әбйәлил район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылда саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында отделение командиры булып хеҙмәт итә[2][3].

1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендә хәбәрһеҙ юғала[2][3].

Сығанаҡтар