.рф

.рф (punycode: .xn--p1ai; Рәсәй Федерацияһы) — Рәсәй өсөн юғары кимәлдәге милли домен. Интернетта кириллицала беренсе домен. Элгәре индерелгән «.ru» доменынан айырмалы, «.рф» доменында икенсе кимәлдең бөтә исемдәре тик кириллицала яҙыла.

Тарихы

Фекер алышыу һәм рәсми саралар

Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы делегацияһы башлығы Владимир Васильев әйтеүе буйынса, Париждағы 32-се ICANN конференцияһында яңы доменды индереү ниәте тыуа.

ICANN-дың Ҡаһирәлә 2008 йылдың 27 ноябрендә үткән 33-сө конференцияһында Рәсәйгә кириллицала юғары кимәлдәге «.рф» доменын биреү тураһында ҡарар сығарыла[1].

Домен менән таныштырыу сараһы 2009 йылдың 30 октябрендә Сеулда була.

2009 йылдың 16 ноябрендә RU доменының координациялау үҙәге ICANN-ға «.рф» доменын делегатлауға тапшыра[2].

2018 йылда «Ростелеком» .ru һәм .рф домендары реестры операторы булып китә[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар