Malidak (спорт фестивале)

Malidak (спорт фестивале) (рус. Malidak (спортивный фестиваль)) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районыныда урынлашҡан Малидак тау һыртында 2017 йылдан алып йыл һайын ойошторолған спорт фестивале. Сара сиктәрендә скайраннинг буйынса уҙғарылған ярыштар Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән 5000-дән ашыу спортсыны йыя. Проект директоры — Дарья Струговец[1].

Тарихы

Башҡортостанда 2017 йылдан алып Дарья Струговец етәкселегендә Malidak атамаһы аҫтында тупланған команданың Көньяҡ Уралдың тау системаһына инеп, бер нисә һыртты берләштергән Малидак тауында Ғаилә һәм спорт фестивале сиктәрендә марафон ойоштороу инициативаһынан башлана.

Сарала суперпрофессионалдар ғына түгел, үҙен һынап ҡарарға теләүселәр ҙә, йәиһә сағыу байрам күрергә теләүселәр ҙә ҡатнаша ала.

Балалар өсөн айырым дистанциялар бар, улар бушлай ҡатнаша, уларға ла старт пакеттары һәм миҙалдар бирелә.

2020 йылда проект Президент гранттары фонды, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла[2].

2022 йылдан Malidak Ultra Рәсәйҙең трейл буйынса чемпионаты статусында үтә[3].

Дистанциялар

Малидакта дистанциялар йыл һайын үҙгәреп тора, тректарҙың йүнәлеше үҙгәртелә, яңы үрҙәр өҫтәлә. Был ерҙәрҙә элек хатта һуҡмаҡ та булмағанлыҡтан, күптәре яңынан булдырыла.

Дистанциялар төрлө ауырлыҡтағы рельеф: тупраҡ, тамырҙар, кисеүҙәр, ташлы һуҡмаҡтар, урман һәм ҡаялар аша үтә. Билдәле таш йылғалары Уралдағы техник рельефтың иң киң таралған төрө. Уның буйынса хәрәкәт итеү еңелдән түгел.

Ultra Hard 101 км — профессионалдар өсөн.
Ultra Light 78 км — үҙен ультра-дистанцияла һынап ҡарарға теләүселәр өсөн. Маршрут Ирәкташ, Яланғас, Кирел, Малиновая тауҙары аша үтә.
Ultra Mini 65 км — ультрадистанция, Рассыпная, Торналар һаҙлығы һәм Яланғас-Кирель-Малиновая тауҙары аша үтә.
Hard 41 км — Рәсәйҙең иң ауыр марафондарының береһе. Яланғас, Кирель, Малиновая тауҙары аша үтә.
Crumbly Hard 33 км — Half Hard-тан техник яҡтан ябайыраҡ — курумник һәм ҡатмарлы үрҙәр юҡ, әммә дистанция уртаһында Рассыпная тауына текә үр көтә.
Half Hard 26 км — ябай булмаған машрут.
Average Hard 21 км — ысын таш йылғаһы аша үткән берҙән-бер дистанция.
Medium Hard 13 км — Иптаберектауҙың үтеүе ауыр булған ҡыраһы аша үткән Малиновая тауы буйлап ҡулсалы маршрут.
Short Hard 5 км — оҙон дистанцияға йүгерегә әҙер булмаусылар өсөн тау үренә йүгереү.
Shishki Hard 13 км — «Малидак» фестивален асҡан Алтын тубырсыҡтар тауына төнгө йүгереү. Көн байышында башлана, киске урман аша Малидак тауы һыртына күтәрелеп, финишҡа ҡаранғыла фестиваль ҡаласығына килергә.
Nordic Walking 5 һәм 10 км — төньяҡ/скандинав атлауы буйынса ярыштар.
Рогейн берешәр/парлы — дистанцияла күберәк контроль пункттарын табып, күберкә мәрәй йыйырға һәм дистанцияны билдәле ваҡыт эсендә үтеп өлгөрөргә кәрәк.
Лабиринт — сикләүҙәр юҡ. Ҡатнашыусылар ҡаршылыҡ һәм контроль пункттары булған ориентировкалау маршруты үтә.
Malidak Kids 200—1200 — 17 йәшкә тиклем.
Ғаилә команда квесы — 40 минут эсендә 12 контроль пунктыын үтергә кәрәк. Командала 2-4 кеше (минимум 6-12 йәштәрҙәге бер бала һәм 20 йәштән өлкән бер оло кеше.
Ҡойроҡло ярыш 3,5 км — эт менән йүгереү.
Ғаилә походы 10 км - Малидак тауына ғаилә походы, 6 йәштән.
Malidak Kids Camp - 3-12 йәшлектәр өсөн профессиональ вожатыйҙар ҡарамағында балалар лагеры.

Инфраструктураһы

Фестиваль яланында дөйөм палатка лагеры эшләй. Үҙ палаткаһы булмағандар ҡуртымға ала ала.

Сара территорияһы эргәһендә түләүле (200 метрҙа) һәм бушлай (800 метрҙа) парковка, төрлө ризыҡтарҙы һайлау мөмкинлеге булған 10-дан ашыу ресторан һәм фудтрак, шулай уҡ вегетариан кафеһы эшләй.

undefined

Беренсе ярҙам күрһәтеү пункты ойошторола һәм тиҙ ярҙам машинаһы, стационар медпункт эшләй, элемтә бәйләнешен МТС операторы тәьмин итә.

Трансфер

«Малидак» фестивале Белорет районының Малидак тауы һыртында урынлашҡан Кирель тауы (1162 м) районында (Отнурок ауылы) үтә. Унда Өфөнән ойошторолған трансферҙарҙа, шулай уҡ шәхси йәки башҡа транспорт менән барырға мөмкин: самолётта (яҡын аэропорттар — Өфө аэропорты (270 км) йәиһә Магнитогорск аэропорты (100 км); поезда йәиһә автобуста (яҡындағы тимер юл станцияһы йәки автовокзал — Белорет ҡалаһы (15 км); автомобилдә (Белореттан Отнурок ауылына тиклем таксиҙа барырға була (20-30 минут)[4].

Ирекмәндәр

Фестивалдә 250-нән ашыу ирекмән ҡатнаша. Улар спортсыларҙы дистанцияларҙа тау үрендә ҡаршы ала, ашата, ярҙам итә.

Ҡаҙаныштары

• «Ты в игре» Бөтә Рәсәй конкурсының «Масштаб» номинацияһы еңеүсеһе[1];
• Russian Event Awards милли премияһының «Спорт өлкәһендә иң яҡшы ваҡиға» номинацияһында 2-се урын;
• «Туристик бренд» премияһы лауреаты;
• «Йылдың иң яҡшы социаль проекты» конкурсы еңеүсеһе;
• «Йыл маршруты» премияһында 3-сө урын[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Майя Иванова. Спортивный фестиваль из Башкирии стал победителем всероссийского конкурса. Сетевое издание Коммерсантъ (8 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.
  2. В топ-100 лучших проектов страны попал фестиваль "Малидак" Федерации альпинизма Башкортостана. Сайт Общественной палаты Республики Башкортостан (7 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.
  3. 1 2 Семейный спортивный фестиваль «Малидак» занял 2 место национальной премии Russian Event Awards в номинации «Лучшее событие в области спорта». Семейный спортивный фестиваль «Малидак» занял 2 место национальной премии Russian Event Awards в номинации «Лучшее событие в области спорта» (7.12. 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.
  4. Malidak. аккаунт в ВК Malidak (20 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.

Һылтанмалар

  • Malidak. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2025.