Абаға

Абаға (лат. Pterídium aquilínum; рус. Орляк обыкновенный) — гиполепис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. Был үҫемлекте «ҡаҙаяҡ» тип тә атайҙар.

Ботаник яҙма

undefined

Һигеҙ төрө билдәле, сүллек, дала һәм поляр райондарҙан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡәҙимге ҡаҙаяҡ үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған оҙон тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Япраҡтары (вайялары) оҙон һаплы, асыҡ йәшел төҫтә, тиресәле, ҡаты, ике, өс тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә, оҙон тамырһабаҡта яңғыҙар урынлашҡан. 1‑се тәртип сегменттары ланцет формаһында, ҡапма‑ҡаршы, аҫҡылары һаплы, 2‑се тәртип — киң төплө оҙонса‑ланцет формаһында, ултырма. Сорустары (спорангиялар төркөмдәре) япраҡ өлөштәренең төрөлгән ситтәре аҫтында бөтөн һыҙат булып урынлашҡан (ялған япма). Споралары — һорғолт‑һары, бөртөклө — төйөрсөклө. Споралары июль—сентябрҙә оса.

undefined

Таралышы

Һирәк ылыҫлы, япраҡлы урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә, ағастар ҡырҡылған урмандарҙа, ҡоро битләүҙәрҙә, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Кальцефил. Декоратив, ағыулы үҫемлек. Тамырһабаҡтарында алкалоидтар, сапониндар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Инсектицид үҙенсәлектәргә эйә.

Файҙаланылыуы

undefined

Ҡытайҙа, Кореяла, Японияла һәм Рәсәйҙә асылып бөтмәгән япраҡтары һәм йомшаҡ һабаҡтары ашау өсөн ҡулланыла, Европа илдәрендә лә файҙаланалар. Уларҙы «ҡусҡарҙар» тип йөрөтәләр, ҡышҡылыҡҡа маринадлайҙар. Сахалинда һәм Камчаткала Япония һәм Ҡытайға экспортлау өсөн әҙерләйҙәр.

undefined

Япон тәмлекәсе «вараби-моти» (эсле ваҡ бәлеш) ҡаҙаяҡ крахмалынан әҙерләнә.

Ҡаҙаяҡтан кореялар «чон» ҡоймағы әҙерләй.

Тамырынан яһалған төнәтмә халыҡ медицинаһында уңышлы ҡулланыла. Балаларҙағы рахитты ҡаҙаяҡ төнәтмәһе менән дауалайҙар. Шулай уҡ бабасыр булғанда файҙаланыла.

Тамыры 46 процент тирәһе крахмалдан тора. Шулай уҡ елем эшләгәндә, һыра ҡайнатҡанда ҡулланыла. Сусҡалар һәм ҡабандар яратып ашай. Башҡа төр мал өсөн ағыулы.

Яңы Зеландияның төп халҡы маориҙар, Канар утрауҙарының ерле халҡы, Төньяҡ Америка индейҙары киптереп ваҡланған тамырынан икмәк әҙерләгән, шулай уҡ сей килеш тә ашаған. Аслыҡ йылдарында Европа дәүләттәре халҡы ла икмәк бешереп ашаған һәм аслыҡтан ҡотолған.

Япраҡтарын крәҫтиәндәр сереүгә ҡаршы ҡулланған: ашамлыҡтарын, еләк-емеш һәм йәшелсә төргәндәр; мал аҫтына түшәгәндәр (уны тиреҫте яҡшырта тип иҫәпләнгән).

Урта быуаттарҙа Англияла ҡаҙаяҡ япраҡтары менән өй ҡыйығын япҡандар. Шулай уҡ яғыулыҡ һәм ашлама итеп тә файҙаланғандар.

Япраҡ көлөндә поташ калий корбанаты бар. Шуға күрә унан быяла әҙерләгәндә һәм йәшел һабын етештәргәндә тотонғандар. Уның кер ағартыу сере һабын барлыҡҡа килгәнсе үк билдәле булған. Йәй көнө ҡаҙаяҡ көлөнән йомарлаҡтар әҙерләп киптергәндәр һәм йыл буйы һабын урынына файҙаланғандар, ефәк етештереүгә тотонғандар. Был хәл Британия утрауҙарында XIX быуатҡа ҡәҙәр ҡулланылған.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар