Абдрахманов Муллағәли Ғайса улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | Рядовой и Ҡыҙылармеец[d] |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған көнө | 1989 |
Һөнәр төрө | сапёр |
Һуғыш/алыш | |
Тыуған көнө | 1907 |
Абдрахманов Муллағәли Ғайса улы (рус. Абдрахманов Муллагали Гайсинович) (1907—1989) — гвардия ҡыҙылармеецы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 14-се айырым гвардия сапёр эскадронының сапёры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән[1].
Биографияһы
Муллағәли Ғайса улы Абдрахманов 1907 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Табылды ауыл Советы) Ҡабыҡҡыуыш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның бала сағы бик ауыр осорға тура килә.
Хәрби хеҙмәте
1941 йылдың 3 декабрендә Стәрлебаш район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡыра.
Алкино станцияһында улар һыбай йөрөргә, кавалерия һуғыш алымдарына өйрәнә.
1942 йылдың апрель аҙағында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡа китә.
![]() |
«Беренсе өс эшелонда дивизия командованиеһы барҙы. Беҙҙән һуң Күсимов полкы. Биш тәүлек тигәндә Куйбышев ҡалаһына баып еттек» | ![]() |
тип хәтерләй торған булған ветеран[2].
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың 2 июлендә Тербуны-2 ауылы һәм Олым йылғаһы районында Покровское — Давыдово — Борки һәм Тербуны-2 станцияһы һыҙығындағы оборона һыҙатында 1942 йылдың 2 июлендә дошманға ҡаршы тора .
Чернухин ауылында торған атлылар ҡамауға эләгә, уларҙы өс фашист пехота дивизияһы уратып ала. Совет командованиеһы ла хәлде төҙәтеү буйынса ҙур тырышлыҡ һала. Ҡамауҙа ҡалғандарға ярҙамға артиллерия, авиация, танктар ынтыла.
Ҡараңғылыҡтан файҙаланып һәм кескәй төркөмдәргә ойошоп, башҡорт кавалеристары ҡамауҙы өҙөргә тырыша. Был мәшхәрҙә бик күп яугир һәләк була[3].
Муллағәли Ғайса улы 14-се айырым гвардия сапёр эскадронында сапёр булып хеҙмәт итә.
Ҡаты һуғыштар барышында аяғы яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң, тағы һуғышҡа оҙатыла[4].
Абдрахманов Муллағәли 1945 йылда тыуған ауылы Ҡабыҡҡыуышҡа әйләнеп ҡайта.
Тыуған колхозында хеҙмәт итә. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә.
Муллағәли Ғайса улы 1989 йылда вафат була. [5][6]
Наградалары
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы [3]
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы һәм күп юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән[3].
Хәтер
Абдрахманов Муллағәли Ғайса улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа һәм Стәрлебаш районының[7] Ҡабыҡҡыуыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Абдрахманов Муллагали Гайсинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Память народа. Абдрахманов Муллагали Гайсинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Абдрахманов Муллагали Гайсинович
- Дорога памяти 2021 йылдың 3 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Стерлибашевский район, т. 10, 2004 ISBN 5-295-03459-3
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шаймуратовцы. АБДРАХМАНОВ Муллагали Гасимович
- ↑ [1]
- ↑ 1 2 3 Абдрахманов Муллагали Гайсинович
- ↑ Память народа. Абдрахманов Муллагали Гайсинович
- ↑ Хәтер юлы 2021 йылдың 3 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Абдрахманов Муллағәли Ғайса улы
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Стерлибашевский район, т. 10, 2004 ISBN 5-295-03459-3
- Стәрлебаш районында вафат булғандар
- Стәрлебаш районында тыуғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 1989 йылда вафат булғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары