Абдуллин Миңне

Абдуллин Миңне (рус. Абдуллин Минни) (19051942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкы ҡыҙылармеецы, кавалерисы[1].

Биографияһы

Миңне Абдуллин 1905 йылда Туймазы районы Аблай ауылында тыуған.

Туймазы районы хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә.

1942 йылдың 6 июлендә барған дәһшәтле алыштарҙа Курск өлкәһе (хәҙер — Липецк өлкәһе) Тербуны районы биләмәләрендә хәбәрһеҙ юғала[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Хәтер

Миңне Абдуллиндың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Туймазы районы Аблай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен ҡаҙып сығарҙы. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә ҡыҙылармеец Абдуллин Миңне лә Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде[4][5].