Абдуллин Фитрат Кирам улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр/етем0

Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Старшина
Ғәскәр төрө кавалерия
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Һуғыш/алыш
Һөнәр төрө яугир
Тыуған урыны
Тыуған көнө 1908

Абдуллин Фитрат Кирам улы (рус. Абдуллин Фитрат Кирамович) (1908-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкының разведка взводы командирының ярҙамсыһы. Кесе лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Фитрат Кирам улы Абдуллин 1908 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) ағалы-энеле Рәмиевтарҙың Төрөкмән приискыһында (хәҙер — 2-се Төрөкмән ауылы) тыуған.

1929 йылдан алып Урал хәрби округында, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында, 413-сө уҡсылар дивизияһының 1322-се уҡсы полкында хеҙмәт итә.

1-се Белорус фронтының 7-се кавалерия корпусына буйһоноусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 275-се гвардия кавалерия полкының 12-се айырым дивизионында хеҙмәт итә.

Разведканы һәр ваҡыт уңышлы үткәрә. 1943 йылдың 18 октябрендә ут ҡойоно аҫтында шәхсән үҙе ике дошман һалдатын әсирлеккә алғаны өсөн тәүге хәрби наградаһына — «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Гвардия лейтенанты Фитрат Кирам улы Абдуллин шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

1945 йылда демобилизациялана[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Абдуллин Фитрат Кирам улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Баймаҡ районы 2-се Төрөкән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 2087