Абдуллин Ғәббәс Абдулла улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Ҡыҙылармеец[d] и Рядовой
Ғәскәр төрө кавалерия
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Һөнәр төрө яугир
Вафат булған көнө 22 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
Һуғыш/алыш
Тыуған көнө 1902

Абдуллин Ғәббәс Абдулла улы (рус. Абдуллин Габбас Абдуллович) (19021942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы ҡылыссыһы. Рядовой ҡыҙылармеец[1].

Ғәббәс Абдулла улы Абдуллин Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Иҫке Дөмәй (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Дөмәй) ауылында 1902 йылда тыуған.

1941 йылда Илеш районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Рядовой ҡыҙылармеец Абдуллин Ғәббәс Абдулла улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында илбаҫарҙарға ҡаршы һуғыша.

294-се кавалерия полкы ҡылыссыһы Ғәббәс Абдулла улы Абдуллин 1942 йылдың 22 июлендә аяуһыҙ ҡаты һуғыш барышында һәләк була[1][2].

Курск өлкәһе Тербуны районы Озерки ауылында ерләнгән[3][4][5].

Абдуллин Ғәббәс Абдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Илеш районы Дөмәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Ғәббәс Абдуллиндың исеме Тербуны ауылында асылған туғандаш ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[5]