Абдуллин Ҡотдос Ҡотләхмәт улы

Абдуллин Ҡотдос Ҡотләхмәт (Ҡотломөхәмәт) улы (рус. Абдуллин Кутдус Кутлахметович) (19031943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының ат тотоусыһы (ездовой). Гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Ҡотдос Ҡотләхмәт (Ҡотломөхәмәт)[2] улы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Үрге Баба (Урта Баба)[2] ауылында 1903 йылда крәҫтиәән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Гвардия ҡыҙылармеецы Ҡотдос Ҡотләхмәт улы Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов орденлы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында ат тотоусы йәғни ездовой булып хеҙмәт итә.

Был осорҙа 112-се дивизия 1-се Белорус фронтының 7-се кавалерия корпусына буйһонған була.

1943 йылдың 19 сентябрендә яугир Абдуллин Ҡотдос Ҡотләхмәт улы ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Һәм һәләк була[3].

« 1943 йылдың 16 сентәбренән 20 сентябренә тиклем барған һөжүм алыштарында иптәш Абдуллин үҙен иң ҡыйын хәлдәрҙән дә сыға алған ҡаһарман һәм тапҡыр яугир итеп күрһәтте. Дошман, һөжүм итеүсе полктан ҡасып Снов йылғаһы аръяғына сигенгән саҡта, күпергә ут төрттө. Иптәш Абдуллин, күперҙе һаҡлап ҡалыу хәстәрлеген күреп, беренселәрҙән булып тәүәккәл рәүештә янғын һүндерергә һәм күперҙе тергеҙеү эшенә тотондо. Дошман пулемётының көслө уты аҫтында күпер тергеҙелде һәм беҙҙең подразделениелар дошманды эҙәрлекләүен дауам итте.[3] »

Украина ССР-ы Чернигов өлкәһе Березнянский районының Березня ауылында ерләнә.

Наградалары

Хәтер

Абдуллин Ҡотдос Ҡотләхмәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Көйөргәҙе районы Урта Баба ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.