Аблаев Ибраһим Я.

Аблаев Ибраһим Я. (рус. Аблаев Ибрагим Я.) (19051942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы составында ҡылыссы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙылармеец[1]].

Биографияһы

Ибраһим Аблаев 1905 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Аралбай ауылында тыуа.

Матрай район хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра.

Яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы 275-се кавалерия полкының ҡылыссыһы итеп билдәләнә.

1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһе Озерки ауылы янында һәләк була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Хәтер

Яугир Аблаев Ибраһимдың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[2] һәм БР-ҙың Йылайыр районы Аралбай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Курск өлкәһе Озерки ауылында ла баштарын һалған яугирҙәрҙың батырлығын онотмайҙар, хөрмәт итәләр[3][4].