Абрар (исем)
Абрар — Башҡорт ир-ат исеме, мосолман илдәрендә осрай.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Абрар исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе изге, яҡшы күңелле тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы (1 ғинуар 1935 йыл — 15 октябрь 2013 йыл) — башҡорт композиторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы (12 июль 1942 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2007). Халыҡтар Дуҫлығы (1988) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (4 апрель 1933 йыл) — дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы. Башҡорт АССР-ының VII, VIII һәм X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005)
Игелеков Абрар Ғабдулла улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, механизатор.
Абрар Хөсәйен (9 февраль 1965 йыл — 16 июнь 2011 йыл) — Пакстан боксеры, Олимпия уйындарында бер нисә тапҡыр ҡатнашыусы, беренсе ауырлыҡта сығыш яһаусы (71 кг)
Абрар (Аброр) Һиҙиәтов (үзб. Abror Hidoyatov (1900 йыл — 1958 йыл) — СССР, үзбәк театры һәм кино актеры, йырсы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1945).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 10 бит.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: | |
Аҙаш исемдәр исемлеге. | |
Башҡа мәғәнәләр. | |
Шулай уҡ: «Абрар» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |