Абукаев-Эмгак Вячеслав Александрович
Абукаев-Эмгак Вячеслав Александрович (1959 йылдың 5 ғинуары, Туҡтар, Башҡорт АССР-ы — 2008 йылдың 29 майы, Йошкар-Ола) — мари яҙыусыһы, драматург, әҙәби тәнҡитсе, тәржемәсе. Башҡорт әҙиптәре әҫәрҙәрен мари теленә тәржемә итеүсе. 1991 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мари Иле Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2006) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999). Марий Иле Республикаһының М. Шкетан исемендәге дәүләт премияһы (2007), Яныш Ялкайн исемендәге премия (1998) һәм Мари АССР-ы комсомолының Олык Ипай исемендәге премияһы (1990) лауреаты.
Биографияһы
Вячеслав Александрович Абукаев-Эмгак 1959 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[1] Мишкә районы Туҡтар ауылында тыуған[2].
1975 йылда Мари дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында шағир Семён Николаев етәкләгән әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә.
Юғары һөнәри белем алғандан һуң, үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Йошкар-Олала баҫылған «Ямде лий» («Әҙер бул») гәзитендә башлай.
1984 йылдан һәм 1991—1995 йылдарҙа «Ончыко» («Алға») әҙәби-художество журналы хеҙмәткәре булып эшләй.
1985 йылдан Мари АССР-ы Оршан районының «Вперёд» гәзите хеҙмәткәре, 1986 йылдан «Пионер йук» («Пионер тауышы») журналының әҙәби мөхәррире, яуаплы секретары.
Яҙыусының әҙәби әҫәрҙәре рус, удмурт, башҡорт, татар, мордва, сыуаш, коми һәм украин телдәренә тәржемә ителә[3][4].
1990 йылда В.А. Абукаевҡа әҙәбиәт өлкәһенең Олык Ипай исемендәге Марий Эл дәүләт йәштәр премияһы, 1999 йылда Марий Эл Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 2013 йылда Марий Эл Республикаһының халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә. 2007 йылда пьесаларын ҡуйған Өсөн М.шкетан исемендәге Театр сәнғәте Өлкәһендә Марий Эл Республикаһының Дәүләт премияһына лайыҡ була[3].
2008 йылдың 29 майында Йошкар-Олала вафат була.
Хәтер
• Мишкә районының «Путник» балалар туризмы үҙәгенең «Туристик матбуғат үҙәге» ижад берекмәһендә Абукаев-Эмгак Вячеслав Александрович ижаданы арналған әҙәби ҡунаҡхана ойошторола[5].
• Йошкар-Олала Ижади берләшмәләр йортонда Мари Иле Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Вячеслав Абукаев-Эмгакка арналған әҙәби кисә үтә[6].
• 2014 йылда Мишкә районы Туҡтар ауылында билдәле мари яҙыусыһы Вячеслав Абукаев-Эмгактың тыуыуына 55 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе ойошторола[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2025)
- ↑ 1 2 Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / X Международный конгр. финно-угорских писателей; сост. : А. А. Васинкин [и др.]; библиографы : Н. И. Бушкова, Г. И. Байкова. — Йошкар-Ола : Марийское книжное издательство, 2008 г. — 751 с. — С.495-497 — ISBN 978-5-7590-0966-5
- ↑ Абукаев-Эмгак Вячеслав Александрович. Электронная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ «Словно 99 песен было спето, но 99 песен ещё остались недопеты…» Отдел образования муниципального района Мишкинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. 17 января 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2025)
- ↑ О народном писателе Республики Марий Эл Вячеславе Абукаеве-Эмгаке. Сайт «BezFormata.Com» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2025)
- ↑ В Мишкинском районе прошел вечер памяти марийского писателя Вячеслава Абукаева-Эмгака. ИА Башинформ, 24 января 2014 года (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2025) (рус.)
Әҙәбиәт
• Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / X Международный конгр. финно-угорских писателей; сост. : А. А. Васинкин и др.; библиографы : Н. И. Бушкова, Г. И. Байкова. — Йошкар-Ола : Марийское книжное издательство, 2008 г. — 751 с. — С.24-28 — ISBN 978-5-7590-0966-5
• Кто есть кто в Марий Эл. Абукаев-Эмгак, Вячеслав Александрович
• Книга:Писатели Марий Эл-2. Абукаев-Эмгак Вячеслав Александрович.
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2025)
• Марийская биографическая энциклопедия-2|12|Абукаев-Эмгак Вячеслав Александрович|Глушкова З. М., Зайниев Г. З.
• Памяти поэта Вячеслава Абукаева. Марийская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.