Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улы

Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улы (рус. Абулкарамов Талгат Абулкарамович) (13 август 1915 йыл — 3 май 1991 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се гвардия кавалерия полкы 2-се эскадроны пулемётсыһы. Кесе сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Тәлғәт Абулкарам улы Абулкарамов 1915 йылдың 13 авгусында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы) Упҡанкүл ауылында тыуған.

1941 йылда Асҡын районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында пулемётсы була.

Дивизияның Көньяҡ-Көнбайыш фронты составындағы һөжүмендә немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы өсөн

« Абулкарамов Тәлғәт пулемёт уты менән дошмандың взводҡа яҡын һалдатын юҡ итте. 15.12.1942, 280-се бойороҡ[2]. »

кесе сержант Тәлғәт Абулкарам улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Наградалары

Хәтер

Абулкарамов Тәлғәт Абулкарам улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Асҡын районы Упҡанкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 4305.
  • ЦАМО. Картотека награждений, шкаф 1, ящик 14.

Һылтанмалар